Тағун беҙгә яҡынлаша10.01.2012
Африка сусҡа чумаһы (тағуны) — ҡотолоп ҡалып булмай торған бәлә. Әлеге мәлдә ҡурҡыныс сир илдең көньяғында киң таралған. Яңынан-яңы биләмәләр үҙҙәрендә был хәүефле сығанаҡты таба. 16 төбәктә йорт һәм ҡыр сусҡалары араһында тағундың 60-ҡа яҡын осрағы теркәлгән дә инде.
Һуңғыһы Ырымбур өлкәһенең Кирсановка ауылындағы колхоз- фермер хужалығында күҙәтелгән. Ул Башҡортостандан 200 километр алыҫлыҡта ғына урынлашҡан. Тимәк, хәүеф яҡынлашҡан.
Мәкерле вирус хужалыҡҡа яҡындағы хәрби часть ашханаһындағы аҙыҡ-түлек ҡалдыҡтары аша эләккән. Фермер уларҙы термик эшкәртеү үткәрмәй генә сусҡаларына ашатҡан.
Африка тағуны, сир булараҡ, байтаҡ йылдар өйрәнелә, әммә әлегә ҡәҙәр тағундан дауа юҡ. Инфекцияны кешеләр, хайуандар, бөжәктәр һәм кимереүселәр тарата. Бәхеткә күрә, кеше ғүмере һәм һаулығы өсөн хәүефле түгел.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: дәүләт ветеринар хеҙмәте менән килешеүҙән тыш, республикаға башҡа төбәктәрҙән сусҡалар килтереү тыйыла. Сир асыҡланғанда йәки шик тыуғанда дәүләт ветеринар учреждениеһына хәбәр итеү мотлаҡ.
Мәүлийән ҺУНАРҒОЛОВ,
Өфө ҡалаһының ветеринар станцияһы начальнигы.


Вернуться назад