Йәштәрсә дәртле, тормошҡа үҙ ҡарашы булған, төп-төҙ кәүҙәһе менән ышаныслы аҙымдар яһап, «тимер ат»ын егеттәрсә «йүгәнләгән», сәхнәләрҙә аҡҡоштай талпынып бейегән Мәҙинә Ибраһимованың күптән инде хаҡлы ялда булыуын белгәс, аптырауымдың сиге булманы. Ҡатын-ҡыҙҙың йәшен һорау әҙәпһеҙлек һаналһа ла, геройымдың алтмышҡа артмаҡлауына һис тә ышанғы килмәй. Уға ҡарайһың да, Мәҙинә Рәсих ҡыҙы алдында ҡартлыҡ үҙе баҙап ҡалалыр, тип уйлап ҡуяһың. Ни тиһәң дә, шулай булһын!Күңеле һәр саҡ йәш булыуының сәбәбен Мәҙинә Рәсих ҡыҙы, тормошто ярата белеүҙән киләлер, ти. Көҙ уның йортонда булырға тура килгәйне. Урамы тулы сәскәләрҙән күҙҙәр ҡамашты, үҙ ҡулдары менән эшләгән фонтанды күреп, һушһыҙ ҡалдым. Хатта бынамын тигән ир-азаматтар йортонда ла ундай илаһи матурлыҡты осратыуы ҡыйын.
– Бәләкәйҙән эште ир-аттыҡы тип бүлеп үҫмәнек. Кәрәк икән, ҡулға салғы тотоп, бесәнен дә саптыҡ, утынын да әҙерләнек. Һыбай йөрөгән саҡтарымда малайҙарҙы алдыма сығармай инем, – тип хәтерләй Мәҙинә Ибраһимова. – Башҡортостан ауыл хужалығы институтында зоотехния бүлегендә белем алып, тыуған районыма эшкә ҡайттым. Унда ла күпселек ир-ат менән эшләргә тура килде. Дуҫтарымдың күбеһе әле лә көслө заттар. Шуға күрә улар кеүек шуҡ, мут, ҡыйыу, тәүәккәл булып үҫкәнмендер.
Уйлағанын тормошҡа ашырырға ярата ул. Күрше Магнитогорск ҡалаһындағы бер танышының дачаһында фонтан барлығын күреп ҡайтҡас, ниңә шулай уҡ үҙебеҙҙә лә эшләп ҡарамаҫҡа тип хыяллана башлай. Оҙон ҡыш айҙарында ире менән төрлөсә уйлап, эскиздар төҙөп, фонтандың схемаһын һыҙа. Иртә яҙ менән уны тормошҡа ашырып та ҡуя. Уның тирәләй төрлө сәскәләр ултырта, ҡырҙан эре таштар алып ҡайтып, үҙенсә биҙәп, семәрләй. Фонтандың матурлығына һоҡланып, самауыр ҡайнатып эсеү өсөн янында бынамын тигән беседка эшләтә. Йәй буйы кис үҙ ҡулдарым менән тыуҙырған матурлыҡҡа ҡарап, беседкала ял иттек, ти уңған хужабикә.
Ауыл балаһы тәбиғәткә яҡын була тигәндәре хаҡтыр, күрәһең. Мәҙинә Ибраһимованың баҡсаһында ҡырҙан ҡаҙып килтерелгән әлморон, энәлек, балан ағастары емеш биреп ултыра. Хатта тау башында үҫкән артыш та урам биҙәгенә әүерелгән. Сәскәләрҙең ниндәй генә төрө юҡ!
Уңған кеше бөтә яҡтан да уңған инде. Мәҙинә Рәсих ҡыҙының ҡул эштәренә маһирлығы бәләкәйҙән килә. Аҙ ғына ваҡыты булһа, ҡулына бәйләмен тота. Төрлө ептәрҙән ултырғыс түшәктәре, салфетка йәки кофта-свитерҙармы – барыһын да бәйләргә, сигергә өлгөрә. Геройымдың тағы бер шөғөлө тураһында әйтеп китмәйенсә булмай. Ул ҡайҙа ғына йөрөһә лә, матур ваҡ таш йыйыу менән мауыға. Уларҙы өйөнә алып ҡайтып, бынамын тигән сувенирҙар яһай, магазиндыҡынан һис тә кәм түгел.
«Урман ҡыҙы» тигән ҡушамат бушҡа бирелмәгән уға. Көҙ етһә, Мәҙинә Ибраһимованы Асҡарҙа осратырмын тимә – урманға төрлө үләндәр, емеш-еләк, бәшмәк йыйырға сыға. Быйыл ул әллә күпме бәшмәк йыйып тоҙлаған. Һораусыларға һатып ебәрә, күстәнәскә лә һала, рәхәтләнеп ҡыш буйы һыйланып сыға.
...Сәхнәлә геройым бер илаһи Һыуһылыуға әйләнә. Өләсәһенән аманат булып ҡалған, боронғо көмөштәр менән семәрләп, уҡалар менән биҙәп эшләнгән түшелдереген кейеп һәм ҡашмауын сәсенә тағып бейергә төшһә, хаҡлы ялда булған ханым түгел, ә йәп-йәш бер ҡыҙ, тиерһең. Райондың «Йәшлек» бейеү ансамблендә ҡырҡ йылдан ашыу бейей ул.
– Бейеүһеҙ йәшәй алмайым, Ул – тормошом мәғәнәһе, йәшәүемдең асылы. Ошонда беҙ күпме дуҫтар таптыҡ. Әле лә улар менән аралашып торабыҙ. Ветерандар булараҡ, «Мин тормошто яратам!» бәйгеһендә район, төбәк буйынса еңеү яулап, Өфөлә гран-при яулап ҡайттыҡ. «Байыҡ» телевизион бәйгеһенән дә приз эләктерҙек, – ти ул.
Мәҙинә Рәсих ҡыҙының ҡартаймау сере – кешеләргә ҡарата ихлас, киң күңелле булыуылыр. Һәр кемгә ул ярҙам итергә ынтыла, шуға кешеләр ҙә уға тартыла, наҙ һәм йылылыҡ алып ҡалырға тырыша.