Әбйәлил районының Хәлил ауылында йәшәүсе Ишбикә менән Нуриян Абдразаҡовтар үҙҙәренең тыуған төбәгендә генә түгел, тотош республикала, хатта илдә ҙур танылыу алды.Быға тиклем улар Интернет менән артыҡ ҡыҙыҡһынмағандыр, бәлки, әммә бөтә донъя селтәрен күҙәтеп барыусылар иһә хаҡлы ялдағыларҙың ипле генә үбешеүен күптән күҙәтә. Уларҙың фотоһүрәтен «Комсомольская правда» гәзитенә Башҡортостан юлдаш телевидениеһы журналисы, Әбйәлил егете Илдар Байбулатов ебәргән. Интернеттағы kp.ru сайтына ҡуйылған фотоһүрәтте әле 100 меңдән ашыу кеше ҡараған!