Тимур командалары ҡайҙа?09.01.2014
Бөгөнгө мәктәп уҡыусыларына ҡарайым да үҙем белем алған йылдарҙы иҫкә төшөрәм. I класҡа 1938 йылда барғайным. Ул ваҡытта һигеҙ йәштән уҡырға алалар ине. Класта – егермегә яҡын уҡыусы, күбеһе – малайҙар. V класҡа иһә күрше ауылдарҙан килеп тулалар. Уҡытыусы – үҙебеҙҙең ауыл ҡыҙы Ғәззә апай. Тәүге дәрестә үк ул: «Һеҙ – октябряттар, киләсәктә коммунизм төҙөргә тейешһегеҙ. Октябряттан – пионер, пионерҙан – комсомол, артабан һеҙҙе партия көтә», – тип һөйләп аңлатты. Кескәй аңыма былар һеңә һалмай, төшөнөп етмәйем. Унан уҡытыусыбыҙ кеше ғүмерендә хеҙмәттең роле һәм уның бәхет сығанағы икәнлеге тураһында һөйләне.

Шул уҡ йылда бөтә класты эйәртеп, йәшник ҡуйылған санаға ултырып, ауыл буйлап сығып китеүебеҙ әле һаман хәтерҙә. Һәр өйҙән сыр-сыу килеп тауыҡ тиҙәге һәм көл йыябыҙ. Йөк тулғас, колхоз яланына таратып сығабыҙ. Йыл һайын яҙ булғас, ер ҡарҙан әрселгәс, тимер-томор һыныҡтары йыйып, мәктәп урамына өйөп ҡуябыҙ. Ҡыш буйы йыйылған иҫке тимер ҡалдыҡтары аҙмы ни?!
Бер үк ваҡытта һәр кем үҙ урамын да сүп-сарҙан таҙарта. Каникул ваҡытында беҙ, ауыл малайҙары, ете-һигеҙ йәштән ат башында күбә тарттырҙыҡ, ун ике-ун дүрт йәштән тырмала, колхозда салғы менән бесән саптыҡ, кәбән ҡойҙоҡ, һабан һөрҙөк. I класты тамамлаған йылда мине Закир Мөхәмәтов ағайға ураҡ урырға ярҙамсы итеп ҡуштылар. 1939 — 1940 йылдарҙа шул эштә булдым. Был йылдарҙа, яланда ураҡ бөтмәйенсә, мәктәпкә бара алманым.
Беҙҙең звено йыл йомғаҡтары буйынса Ауырғазы районында беренселекте яуланы. Закир ағай был хеҙмәт батырлығы өсөн миңә, ике йыл ат башында йөрөгән малайға, Мәскәүҙән костюм алып ҡайтып бирҙе. Аҡсаһын колхоз биреп ебәргән икән. Киндер күлдәгем менән ыштанымды сисеп ташланым да илдең баш ҡалаһынан килгән костюмды кейеп мәктәпкә барҙым. Минән дә бай, минән дә бәхетлерәк кеше юҡ ине. Ошо ваҡытта хеҙмәттең шатлыҡ сығанағы икәнлеген аңланым.
1941 йылда Закир ағайҙы һуғышҡа оҙаттыҡ, ул кире әйләнеп ҡайта алманы, батырҙарса һәләк булды.
Мәктәптә хеҙмәт алдынғылары, шул иҫәптән Закир ағай тураһында йыш һөйләйҙәр ине. Мине лә телгә алдылар. Ә бына хәҙерге заман балалары Социалистик Хеҙмәт Геройҙары тураһында хәбәрҙар түгел. Хеҙмәтте данлап бармайҙар хәҙер. Физик эш башҡарыусыларға ла йүнле хеҙмәт хаҡы түләнмәй. Ауылда йүнселдәргә эш бар, әммә күптәр ҡул ҡаушырып ултырыуҙы хуп күрә.
Йыл һайын меңдәрсә кеше диплом алып сыға. Шул уҡ ваҡытта әллә күпме мәктәп ябыла, уҡытыусылар һаны ҡыҫҡара. Эшһеҙҙәр артҡандан-арта, уларға пособие түләйҙәр. Еңел генә аҡса алып ятҡас, ниңә ыҙалап көс түгергә? Мәрхәмәтлек, шәфҡәтлек күрһәткән Тимур командалары ҡайҙа булды? Өлкән йәштәгеләргә изгелек күрһәткән был ойошманың эшен мәңгелек оноторлоҡ түгел!
Бөгөнгө мәктәп уҡыусыларының бурыстары нимәнән ғибәрәт? Әллә улар онотолдомо? Киләсәгебеҙ кемдәр ҡулына ҡалыр? Уйланырға урын бар. Һәр кем эшкә өйрәнеп, Ватаныбыҙға намыҫлы хеҙмәт итһә, көнитмешебеҙ бөтөн булыр, йәшәүебеҙгә ҡот һәм бәрәкәт ҡуныр ине.

Шәмсимөхәммәт РӘШИТОВ,
тыл һәм хеҙмәт ветераны.


Архангел районы,
Оҙондар ауылы.


Вернуться назад