Тиңдәшебеҙ — профессор09.01.2014
Тиңдәшебеҙ — профессорАуылыбыҙға терәлеп кенә аҡҡан йәмле Һаҡмар йылғаһының яр буйҙары бөҙрә талдары, ерек, муйыл, ҡарағат менән ҡапланып ултыра. Йәй етеү менән уның араһы үтеп сыға алмаҫлыҡ шырлыҡҡа әйләнер ине. Бигерәк тә Ҡара яр буйы үҙенең хозур тәбиғәте, мул, тәрән һыулы булыуы менән айырылып торҙо. Шуғалырмы, ул эҫе йәй көндәре ауылдың бала-сағаһы, хатта ҡарт-ҡороһо өсөн һыу төшөү, ял итеү урынына әүерелде. Бәйгегә әҙерләнгән аттарҙы йөҙҙөрөү, йыуыу ҙа тап ошо төбәктә атҡарылды. Етмәһә, муйыл да, ҡарағат та йыл һайын мул уңыш бирҙе. Шунлыҡтан ауылдың барлыҡ кешеһенең, емеш осоро етһә, бында ағылыуы тәбиғи күренеш булды.

Илленсе йылдарҙың башы ине. Рәшит дуҫым, апайҙарыбыҙ һәм мин, дүртәүләп, Ҡара ярҙан йыйып алған сөм-ҡара муйыл, ҡарағаттарыбыҙҙы силәктәргә тултырып, таң менән Темәс баҙарына юлландыҡ. Ниәтебеҙ — тиҙерәк һата һалып, уҡыу кәрәк-ярағы алыу. Ни тиһәң дә, тәү тапҡыр мәктәпкә уҡырға барасаҡбыҙ. Күңелдәр көр, дүртебеҙ ҙә ялан аяҡ арба юлынан йүгерә-атлай еләбеҙ. Рәшит беҙҙән бер нисә аҙымға алдараҡ бара ине. Ул ҡапыл ғына ултыра төштө. Беҙ борсолоп янына ашыҡтыҡ. Баҡтиһәң, аяғының баш бармағына тимер сым ҡаҙалған һәм унан сөбөрҙәп ҡан аға. Апайҙарыбыҙҙың береһе ҡаҙалған сымды тиҙ генә тартып алды ла юл япрағы менән ҡаплап та ҡуйҙы. Ҡан ағыуынан туҡтай төшкәс, яраны сепрәк менән нығытып бәйләне. Юлыбыҙҙы дауам иттек. Ә Рәшит бер аҙ барғас, әллә бармағының һыҙлауы баҫыла төшкәнгәме: "Ҙурайғас, табип булам", — тине уйынлы-ысынлы. Беҙ уның был һүҙҙәренә артыҡ иғтибар ҙә бирмәнек, шикелле. Ә шулай ҙа тәүге ярҙамдың файҙаһы ҙур булды: яраһы тиҙҙән уңалды.
Был ваҡиғаға теүәл алтмыш өс йыл ваҡыт үтте. Уйлап ҡараһаң, үҙе бер ғүмер. Ошо осорҙа заманалар ҙа, кешеләр ҙә үҙгәрҙе. Тик хәтер, үткәндәр генә ошо килеш һаҡланды...
Мин һүрәтләгән геройым — беренсе кластан урта мәктәпте тамамлағанға тиклем бер партала ултырып белем алған ауылдашым, әле фән үрҙәрен ҡыйыу яулаған медицина фәндәре докторы, профессор Рәшит Әхмәт улы Дәүләтшин.
Ул башланғыс белемде тыуған ауылында ала. Унан Муллаҡай ете йыллыҡ һәм Түбәләге 2-се башҡорт мәктәптәрендә уҡығас, бер йыл эшләй. 1961 йылда Башҡорт дәүләт медицина институтының терапия бүлегенә уҡырға инә һәм уны 1967 йылда уңышлы тамамлай. Һәләтле йәш белгесте ғалимдар советының тәҡдиме менән ошо уҡ институтта ҡалдыралар. Ул 1967 — 1969 йылдарҙа уҡыу йортоноң клиник ординатураһында белемен камиллаштыра. Артабан Өфө ҡалаһының 18-се дауаханаһында терапия бүлеге мөдире булып эшләй, ә 1970 йылдан Сибай медицина училищеһында уҡыта. Йәнә бер йылдан медицина институтының госпиталь терапияһы кафедраһы аспирантураһына уҡырға инә, медицина фәндәре кандидатлығына диссертация яҡлай.
Рәшит Дәүләтшин, институтта ҡалып, ғилми эш менән төплөрәк шөғөлләнеүен дауам итте. Тынғыһыҙ йәш ғалим үҙенең коллегалары араһында оло абруй ҡаҙана. Ғилми совет тәҡдиме менән 1982 йылда СССР Медицина фәндәре академияһының ревматология институтына докторантураға уҡырға ебәрелә. Уны уңышлы тамамлағандан һуң, 1986 йылда Мәскәүҙә медицина фәндәре докторы дәрәжәһенә диссертация яҡлай һәм тиҙҙән профессор була. Шулай итеп, Рәшит Әхмәт улы районда тәүге медицина фәндәре докторҙарының, республикала ревматология фәненә нигеҙ һалған ғалимдарҙың береһе булараҡ билдәле.
Шулай ҙа Рәшит Әхмәт улы үҙен иң беренсе сиратта кешеләр һаулығы һағында торған изге һөнәр эйәһе тип һанай. Шуға ла ул медицина өлкәһендәге бай тәжрибәһен Көньяҡ Урал райондары, бигерәк тә Сибай, Баймаҡ ҡала дауаханалары белгестәре менән уртаҡлаша, консультациялар үткәреп, ярҙам итә. Йәш кадрҙарҙы әҙерләү, уҡытыу, эҙләнеүҙәр өҫтөндә лә даими эш алып бара. Уның етәкселегендә тиҫтәнән ашыу белгес фән кандидаты, докторлыҡ дәрәжәһенә диссертацияны уңышлы яҡланы. Әле лә үҙенең аспиранттары менән өҙлөкһөҙ рәүештә яңынан-яңы тикшеренеүҙәр алып бара. Бына шуның һөҙөмтәһе нигеҙендә 350 ғилми баҫма, биш монография һәм бер нисә уҡыу китабы нәшер ителгән. Шәкерттәренең ҡайһылары, фән үрҙәрен ҡыйыу яулап, әле сит илдәрҙә эшләп йөрөй. Ә был — үҙенә күрә оло шатлыҡ!
Уҡытыу, һаулыҡ өлкәһендә өлгәшкән уңыштары өсөн Рәшит Әхмәт улына "Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре", "Рәсәйҙең атҡаҙанған табибы" тигән маҡтаулы исемдәр бирелде. Шулай уҡ ул республикабыҙҙың юғары наградаһына — "Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн" орденына лайыҡ булды.
Рәшит Әхмәт улының тормош юлдашы Гөлшат Кинйәбулат ҡыҙы ла — медицина фәндәре кандидаты, Башҡорт дәүләт медицина университетының микробиология, иммунология кафедраһы доценты. Татыу, берҙәм ғаиләлә ике ул үҫте. Икеһе лә юғары белемле, үҙаллы тормошҡа аяҡ баҫты.
Башҡорт дәүләт медицина университетының кафедра мөдире, медицина фәндәре докторы, профессор Р.Ә. Дәүләтшин яңыраҡ олпат юбилейын — 70 йәшен — билдәләне. Ябай ауыл мәктәбен тамамлаған, колхозсы ғаиләһендә тәрбиәләнгән малайҙың медицина өлкәһендә юғары үрҙәр яулағаны өсөн беҙ, ауылдаштары, ҙур ғорурлыҡ тойғоһо кисерәбеҙ.

Салауат МӨХӘМӘТШИН,
журналист, Сәғит Мифтахов
исемендәге премия лауреаты.


Вернуться назад