Һуңғы ваҡытта умартасылар араһында ҡатын-ҡыҙҙың арта барыуы һоҡландыра. Бигерәк тә хаҡлы ялға сыҡҡас, ҡул ҡаушырып ултырыуҙы хуп күрмәй, файҙалы шөғөлгә тотоналар.Йылайыр районының Һабыр ауылында йәшәүсе Мәҙинә Байғужина Стәрлетамаҡ педагогия институтын тамамлағас, оҙаҡ йылдар мәктәптә белем бирә. Артабан балалар баҡсаһында эшләп, хаҡлы ялға сыға. Тормош иптәше Әнүәр Байғужин 1998 йылдан умартасылыҡ менән шөғөлләнә. Ул ваҡытта ҡортсолоҡ менән мауығыусылар бармаҡ менән генә һанарлыҡ була. Шуға күрә иренә бал ҡортон тотоу буйынса махсус китап-журнал уҡып, умартасыларҙан тәжрибә уртаҡлашып, уларҙан өйрәнеп башларға тура килә. Бер умартанан ғына башланған шөғөл әкренләп кәсепкә әйләнә, умарталар һаны ла 40-ҡа етә.
Әммә тормош һин теләгәнсә генә бармай шул: Мәҙинә Заһретдин ҡыҙы, тормош иптәше мәрхүм булғас, умарталары һәм бал ҡорттары менән яңғыҙ тороп ҡала. Умартасылыҡ нескәлектәренә өйрәнмәгәненә эсе боша, иренең йылдар дауамындағы хеҙмәтен юҡҡа сығарғыһы ла килмәй. Шулай ҙа умарталарҙың күбеһен һатырға тура килә. Әммә бөтөнләй эште ташлап ҡуйыуҙы килештермәй, ҡатын үҙе тәүәккәлләп, ҡортсолоҡ эшенә тотонорға йөрьәт итә һәм яңылышмай. Иң мөһиме — ҡартының эше юҡҡа сыҡмай, ҡорттары бал бирә.
Әлбиттә, нескә билкәйҙәрҙе тотоу өсөн үҙеңә лә бал ҡортондай тырыш, егәрле булыу кәрәклеген яҡшы аңлай Мәҙинә Байғужина. Шуға күрә йыл һайын күстәрҙе яҡшылап ҡарай, умарталарҙы ла ҡышҡылыҡҡа теүәл итеп ябып ҡуя. Һабыр ауылы тәбиғәттең хозур урынында ултырғанлыҡтан, умарталарын өй янына, дөрөҫөрәге, картуф баҡсаһына ҡуя.
— Былай умарталарға күҙ-ҡолаҡ булыу уңайлыраҡ, — ти умартасы ханым. – Баҡса артында ғына йүкәләрҙең үҫеүе лә бал ҡорттары өсөн тап-таман. Уңған умартасының балы артыҡ күп булмаһа ла, үҙҙәренә етерлек. Ҡыҙҙарыма бирәм, туған-тыумасаға таратам, артығын һатыуға ла алып сығам.
Хаҡлы ялда булыуҙың да үҙ рәхәттәре, үҙ мәшәҡәттәре етерлек. Ҡартлыҡта ла шатлыҡ бар тигәндәй, ҡыуанып, балда-майҙа йөҙөп йәшәй Мәҙинә Байғужина.