Робот-хәбәрсе барлыҡҡа килгән10.01.2012
Америка ғалимы Александр Ребен журналист-робот уйлап тапҡан. Ул тышҡа сығып, кешеләрҙән интервью алыу һәләтенә эйә.
Робот кешеләрҙә ҡурҡыу уятмай, сөнки уның күҙҙәре ҙур һәм яғымлы итеп эшләнгән, "кәүҙә"һе лә тимерҙән түгел, ә ҡатырғанан яһалған. Үҙенсәлекле хәбәрсе кешене осратыу менән һорау яуҙыра башлай. Уны ситтән тороп Интернет аша күҙәтергә мөмкин.
Калифорния университеты ҡарамағындағы Медицина үҙәгендәге Да Винчи тигән робот иһә кендек аша үт ҡыуығын алыу операцияһын яһаған. Пациент биш сәғәттән һуң сәләмәт килеш өйөнә ҡайтҡан. Да Винчи хирургтарға башҡа төрлө ҡатмарлы операцияларҙы яһауҙа ла ярҙамлаша.


Вернуться назад