Ергә Һаҡсыл мөнәсәбәт булдырырға ваҡыт09.01.2014
Ҡыҫҡаса белешмә

Ергә Һаҡсыл мөнәсәбәт булдырырға ваҡыт1959 йыл — Башҡортостан ауыл хужалығы институтының агрономия факультетын тамамлаған;
1959 – 1987 йылдар — Ҡыйғы районының "Победа" колхозы агрономы; Салауат исемендәге колхозы рәйесе; Ҡыйғы, Салауат, Тәтешле район комитеттарының беренсе һәм икенсе секретары;
1987 – 1991 йылдар — республиканың Агропромсоюз рәйесе урынбаҫары;
1991 – 1997 йылдар — Башҡортостандың Ер ресурстары һәм ер төҙөлөшө буйынса дәүләт комитеты рәйесе;
1997 йылдан әлегә тиклем — Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы профессоры.
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм "Почет Билдәһе" ордендары, өс миҙал, һанап бөткөһөҙ почет грамоталары менән бүләкләнгән. Салауат районының почетлы гражданы. Дүрт тапҡыр Башҡортостандың Юғары Советы һәм бер тапҡыр республиканың Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты итеп һайланған. Закондар сығарыуҙа ҡатнаша.


Уның "Ер хоҡуғы" буйынса лекциялары бик мауыҡтырғыс: теория менән бергә үҙенең эш һәм тормош тәжрибәһенән миҫалдар ҙа килтерә. Ҡасандыр ул район һәм республика кимәлендәге етәксе булған. Һүҙебеҙ — республика Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы профессоры, ауыл хужалығы фәндәре кандидаты, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Радил Мөхәмәтдинов тураһында. 1991 – 1997 йылдарҙа Башҡортостандың Ер төҙөлөшө буйынса дәүләт комитеты рәйесе булған Радил Ҡыяметдин улына үткән быуаттың 90-сы йылдарында башланған һәм әле һаман тамамланмаған ер реформаһына, тәбиғи байлығыбыҙға бәйле һорауҙар бирҙек.

– Радил Ҡыяметдин улы, бөгөн ер мәсьәләһе һәммәбеҙҙе лә борсой. Илдең тәүге Президенты Б.Н. Ельциндың 1991 йылдың 27 декабрендә ҡул ҡуйған "РСФСР-ҙа ер реформаһын тормошҡа ашырыу буйынса ашыҡтырғыс саралар тураһында"ғы Указы аграр-ер реформаһына нигеҙ һалғайны. Уны тормошҡа ашырыу өсөн Рәсәй Хөкүмәте ошо уҡ йылдың 29 декабрендә "Колхоздарҙы һәм совхоздарҙы үҙгәртеп ҡороу тәртибе тураһында" ҡарар ҡабул итте һәм "Колхоздарҙы һәм совхоздарҙы үҙгәртеп ҡороу һәм дәүләт ауыл хужалығы предприятиеларын хосусилаштырыу тураһында” положениены раҫланы. Ер өлөштәрен һәм мөлкәт пайҙарын булдырыу механизмы 2002 йылдың 24 июлендә ҡабул ителгән "Ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәрҙең әйләнеше тураһында"ғы Федераль законға нигеҙ итеп алынғайны. Ошо егерме йылдан ашыу ваҡытта, Рәсәйҙә ер-аграр реформаларҙы үткәреү осоронда, ыңғай һөҙөмтәләргә өлгәшелдеме?
— Ҡатмарлы сәйәси шарттарҙа барған был реформа ыңғай һөҙөмтәләр бирмәне. Әлеге ваҡытта ер өлөштәренә эйә булған хужалар тик формаль рәүештә генә уларҙы һата, бүләк итә, мираҫҡа ҡалдыра йәки алмаштыра ала. Дөрөҫөн әйткәндә, был ерҙәр виртуаль милек кенә. Икенсе төрлө әйткәндә, ваучер хосусилаштырыуының бер төрө ул. Теоретик яҡтан ергә хужа булған һәр кем уны файҙалана ала. "Ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәрҙең әйләнеше тураһында"ғы Законда бөтә процедуралар ҙа күрһәтелгән. Ғәмәлдә бөтәһе лә башҡаса. Ауыл ерендә йәшәүселәрҙең күбеһе үҙ участкаһындағы хужалыҡ менән генә шөғөлләнә, уларҙың ҙур биләмәләге ерҙәрҙе эшкәртеү өсөн техникаһы юҡ. Ер пайҙары булғандарҙың күбеһен ауыл хужалығы эштәренә йәлеп итеп тә тормайҙар. Улар араһында пенсионерҙарҙың күп булыуы ла ҙур һорау тыуҙыра. Етмәһә, уларҙың һаны йылдан-йыл арта. Ә ауыл хужалығына яҡшы белемле, көслө белгестәр кәрәк.
Реформалар башында ерҙе күсемһеҙ милек рәүешендә кемгәлер биреү тураһында һүҙ ҙә булмағайны. Колхоз-совхоз ҡоролошон һаҡлап ҡалып, айырым фермер хужалыҡтарын үҫтереү ҡаралғайны. Ҡалаларҙағы ҙур предприятиеларға ярҙамсы хужалыҡтар булдырыу мөмкинлеге бирелгәйне. Ул осорҙағы аҙыҡ-түлек етмәү мәсьәләһен ошо юл менән хәл итеп була ине. Әммә 90-сы йылдарҙа хәл бөтөнләй икенсегә әйләнде. Аҙыҡ-түлек баҙарына олигархтар, алыпһатарҙар хужа булды. Ә "ғаилә подрядтары"на урын ҡалманы. Шулай итеп, аҙыҡ-түлектең 60 процентын сит илдәрҙән һатып алырға мәжбүр була башланыҡ. Был процесс әле лә бара.
— 2006 йылда башланған ер реформаһы тураһында нимә әйтерһегеҙ?
— Ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәрҙе хосусилаштырыу һөҙөмтәһендә генә беҙҙә яңы фермер хужалыҡтары күпләп артмаясаҡ. Бушлай ер пайы алған хәҙерге заман крәҫтиәне үҙ хужалығын үҙаллы ойоштороу мөмкинлегенә эйә түгел. Бөгөн ерҙә яҡшы хужалыҡ итәм тиһәң, төрлө үтә ҡиммәтле техника менән бер рәттән, ашлама, гербицид, яғыулыҡ-майлау материалдары, келәт биналары, электр уты һәм башҡалар талап ителә. Бынан тыш, баҙар иҡтисады ҡанундарына ярашлы, финанс капиталы ла кәрәк, сөнки һатыуға сығарыу өсөн ауыл хужалығы продукцияһы күпләп етештерелергә тейеш. Был тағы сығымдар талап итә. Тиҫтәләрсә миллион һум аҡсаны хәҙерге ауыл кешеһе ҡайҙан тапһын? Кредит юллаған хәлдә лә уны кире ҡайтарып алыу мөмкинлеге кәрәк.
— Тимәк, ваҡыт ергә шәхси милек хоҡуғы бирергә ашыҡмауҙың дөрөҫ булыуын раҫланымы?
— Эйе, ысынлап та, шулай. Элегерәк ергә аҫабалыҡ хоҡуғынан файҙаланған республика халҡының ғәҙәттәге йәшәү рәүеше әлегенән ҡырҡа айырыла ине. Илебеҙҙәге ер пайҙары менән эштәрҙең ысынбарлыҡтағы торошо, уларҙы һөҙөмтәле файҙаланыу һәм ауыл хужалығы продукцияһы етештереү тураһында Рәсәйҙең иң күренекле иҡтисадсыларының береһе Евгений Абалкин "Рәсәйҙең аграр фажиғәһе" тип яҙып сыҡҡайны. Был тап шулай. Илебеҙҙәге, шул иҫәптән Башҡортостандағы күп ерҙәр эшкәртелмәй. Был — Рәсәйҙә 40 миллион самаһы гектар тигән һүҙ. Күп кенә ауыл хужалығы предприятиелары бөлгөнлөккә төштө.
Һуңғы халыҡ иҫәбен алыу ауыл халҡының, айырыуса уның әүҙем өлөшөнөң кәмеүен генә түгел, хатта ил буйынса 50 меңдән ашыу ауылдың бөтөүен күрһәтте.
Ер мөнәсәбәттәрен көйләүсе закондар даими үҙгәртелеп, уларға күп өҫтәмә индерелеүе сәбәпле, халыҡ үҙенең ерҙән файҙаланыу хоҡуҡтарын һәм бурыстарын бөтөнләй белмәй. Аяғында ныҡ ҡына баҫып торған хужаның ер пайы иҫәбенә шәхси хужалығын өс гектарға тиклем киңәйтеү мөмкинлеген файҙаланмауын башҡаса бер нисек тә аңлатып булмай. 2010 йылдың 31 декабрендәге "Ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәр әйләнеше тураһында"ғы Законға үҙгәрештәр индереү тураһында" Федераль законда өс йыл дауамында файҙаланылмаған ер пайын суд аша хужаһынан тартып алыу мөмкинлеге билдәләнгән. Әйтеүе генә анһат, әммә ерҙәр ошо ваҡыт эсендә файҙаланылмаһа, халыҡ нимә ашап йәшәр? Эш судҡа барып етеп тә, уның күп йылдарға һуҙылыуы ихтимал. Тимәк, ерҙең өс кенә түгел, дүрт, биш һәм унан да оҙағыраҡ йыл файҙаланылмауы ихтимал. Күп миллионлы ауыл халҡы мәнфәғәттәрен, илебеҙҙең аҙыҡ-түлек именлеген хәл итергә тейешле был реформалар егерме йылдан ашыу халыҡ араһында тикшерелмәйенсә, уның фекерен иҫәпкә алмайынса үткәрелә. Реформалар яһауҙың төп нигеҙе булған төп закондар — Рәсәй Федерацияһының Ер кодексы һәм "Ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәр әйләнеше тураһында" Федераль закон — депутаттар тарафынан ете йыл тикшерелде. Үрҙәге закондар ҡабул ителгәнгә тиклем ерҙәр аҙыҡ-түлек етештереүҙең төп сығанағы булып тора ине. Закондар ҡабул ителгәс, ер күсемһеҙ милек, йәғни тауарға әйләнде, уның менән һатыу итеү мөмкинлеге тыуҙы.
– Радил Ҡыяметдин улы, көрсөктән сығыу юлы бармы икән?
– Был проблемаларҙы хәл итеү өсөн ил кимәлендә крәҫтиән съездары үткәреү, уларҙа һәр кемде борсоған мәсьәләләрҙе тикшереү кәрәк. Рәсәй власында ауыл хужалығы өлкәһен ныҡлап аңлаусылар юҡ кимәлендә. Ауыл хужалығы ерҙәре – халҡыбыҙҙың йәшәү нигеҙе. Уға һаҡсыл мөнәсәбәтте күптән булдырырға ваҡыт.


Вернуться назад