Именлек тантана итһен!09.01.2014
2014 йылға аяҡ баҫтыҡ. Һәр кем – бәләкәстәр ҙә, ололар ҙа – унан тик яҡшы яңылыҡтар көтә. Беҙ өлкән быуын вәкилдәренең – Бөйөк Ватан һуғышында йәнен-тәнен аямаған, илебеҙҙең азат тормошо өсөн көрәшкән, шулай уҡ хеҙмәт яландарында көсөн йәлләмәгән ветерандарыбыҙҙың – Яңы йылға ниндәй өмөттәр бағлауын белештек.

Ғәйсәр АҪЫЛХУЖИН, Социалистик Хеҙмәт Геройы, Белорет ҡалаһы:
– 1 ғинуарҙа 70 йәшем тулды. Яңы йылдың беренсе көнөндә юбилейымды билдәләү – үҙе ҙур мәртәбә. 2014 йылды ошо матур дата һәм яҡындарым менән имен-һау ҡаршылау бәхет түгелме ни?! Бөтәһенә лә ғаилә именлеге теләйем. Йылҡы йылы һәммәбеҙгә лә уңыштар килтерер тип өмөтләнәм.

Тамара КАТКОВА, Социалистик Хеҙмәт Геройы, Бәләбәй ҡалаһы:
– Мин – ҡалабыҙҙағы берҙән-бер Социалистик Хеҙмәт Геройы. Оҙаҡ йылдар Бәләбәй һөт комбинатында мастер булып эшләнем. Хәҙер тормош шарттары бөтөнләй икенсе, көн һайын яҡшырғандан-яҡшыра. Шуға йәшәге лә килеп тора. Йылҡы йылы һәр кемгә тик уңыштар килтерһен.

Килдебай СӨЛӘЙМӘНОВ, Социалистик Хеҙмәт Геройы, Ленин, Халыҡтар дуҫлығы ордендары кавалеры, Хәйбулла районының Новоукраинка ауылы:
– Үҙем Һарыҡ йылында тыуһам да, Йылҡы йылына ҙур өмөттәр бағлайым. Үткән йыл беҙҙең өсөн уңышлы булғайны. Новоукраинкала «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамын матур итеп үткәрҙек. Үҙем ошо ауылдағы ветерандар советы рәйесемен. 2014 йылда һәммәһенә лә бәхет, сәләмәтлек юлдаш булһын!

Дмитрий МИХАЙЛОВ, Социалистик Хеҙмәт Геройы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған нефтсеһе, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, I группа инвалиды, Өфө ҡалаһы:
– Рәсәйҙең һәр йәһәттән үҫешкән ил булыуын теләйем. Украина менән мөнәсәбәттәр ҙә яҡшырһын. Йәшлек йылдарым совет осорона тура килгәнгәме икән, күрше илдәр яҙмышы менән дә ныҡ ҡыҙыҡһынам. Хәҙер телевизорҙы ҡарайһың да, шаҡ ҡатаһың. Ниндәй генә ваҡиғаларҙы күрһәтмәйҙәр! Иң мөһиме — илебеҙҙә һәм республикабыҙҙа тыныслыҡ булһын!


Вернуться назад