Хеҙмәтенә күрә — хөрмәте09.01.2014
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Президиумы ҡарары менән Һуғыш, хеҙмәт, Ҡораллы Көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандарының республика йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Муллағәләмов Марат Сабир улы "Башҡортостан Республикаһы закондары үҫешенә айырыуса өлөш индергән өсөн" почет билдәһе менән бүләкләнде.
Башҡортостандың Ветерандар советы ҡарарына ярашлы, ветерандар хәрәкәтен үҫтереүҙәге әүҙем ижтимағи эшмәкәрлек өсөн һәм юбилей даталары айҡанлы ветерандар советы ағзаһы, республика Һуғыш ветерандары госпиталенең баш табибы, Башҡортостандың атҡаҙанған табибы Мостафин Хәлил Мөжәүир улы — Бөтә Рәсәй ветерандар советының почетлы билдәһе менән;
Илеш районының ветерандар советы рәйесе урынбаҫары Сафиуллин Кәрим Биктимер улы, республика Ветерандар советы ағзаһы, Өфөләге "Газ-Сервис" асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең тарих музейы етәксеһе Низамов Мөнир Хәйрүш улы республика Ветерандар советының Почет грамотаһы менән бүләкләнде.

* * *
Ветерандар хәрәкәтен үҫтереүҙәге әүҙем эшмәкәрлеге, йәш быуынды тәрбиәләүгә индергән ҙур өлөшө өсөн һәм 85 йәшлек юбилейы айҡанлы Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, Федераль почта элемтәһе идаралығы — "Рәсәй почтаһы" федераль дәүләт унитар предприятиеһы филиалының ветерандар советы рәйесе Ширяев Андрей Васильевичҡа республика Ветерандар советының рәхмәт хаты тапшырылды.


Вернуться назад