Ипотека үҫә башланы10.01.2012
Ипотека кредитлауы буйынса агентлыҡта хәбәр итеүҙәренсә, былтыр Рәсәйҙә ипотека торлаҡ кредиттарын алыусылар күбәйгән. Донъя финанс көрсөгөнән һуң был өлкәлә тәүге тапҡыр үҫеш күҙәтелгән.
Белгестәр фекеренсә, финанс баҙарындағы тотороҡһоҙлоҡ халыҡты үҙ аҡсаһын ҡайҙа һалыу хаҡында уйланырға мәжбүр иткән, күптәр күсемһеҙ милеккә өҫтөнлөк биргән. Ставканың түбәнәйеүе лә кредит алыуҙы ҡулайлаштырған, октябрҙә уның иң түбән кимәле теркәлгән — 11 процент ярымдан саҡ ҡына юғары. Алдағы 4—10 айҙа ставкаларҙың әллә ни артыуы көтөлмәй, ти белгестәр.