Изге ғәмәлдәргә рухландыра09.01.2014
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республикалағы православие христиандарын Христос Раштыуаһы менән ҡотланы.
Унда былай тиелә: “Сиркәү байрамдары һәр осорҙа диндарҙарҙы берләштерҙе, йөрәктәрен һөйөү, изге эштәргә ынтылыш менән һуғарҙы. Урыҫ Православие сиркәүе йәмғиәттә рухи нигеҙҙәрҙе, тыныслыҡты һаҡлап ҡалыу, йәш быуынға тәрбиә биреү йәһәтенән ҙур әһәмиәткә эйә. Ошо һөҙөмтәле эшмәкәрлек ислам һәм башҡа конфессиялар менән бер рәттән төбәгебеҙҙә татыулыҡ һәм тыныслыҡтың бай дини-мәҙәни йолаларын үҫтереүгә, республикалағы йәмғиәт тормошонда әхлаҡты нығытыуға булышлыҡ итте.
Раштыуа — изге өмөт-хыялдар байрамы. Ул кешеләрҙе яҡшы ғәмәлдәргә рухландыра, тыныслыҡта һәм татыулыҡта йәшәргә өндәй. Ошо яҡты көндәр күңелдәребеҙгә илһам нуры бирһен, йылылыҡ, яҡшы кәйеф бүләк итһен. Һеҙгә һәм яҡындарығыҙға ныҡлы һаулыҡ, бәхет, тыныслыҡ һәм именлек теләйем”.