Беҙҙе тағы үҙгәрештәр көтә09.01.2014
* Быйыл төп яңылыҡ пенсия ҡануниәтенә ҡағыла. Дәүләт Думаһында раҫланған үҙгәрештәргә ярашлы, хәҙер хаҡлы ялға һуңғараҡ киткән һайын түләүҙәрҙе күберәк алыу мөмкинлеге бар, йәғни эш хаҡына ла нигеҙләнә. Шулай ҙа ентекләп ҡарағанда формула тағы ла ҡатмарлыраҡ. Пенсия фонды сайтындағы калькуляторҙа ғына туғыҙ күрһәткес бар. Ил халҡының уртаса йәше күтәрелә барыуын иҫәпкә алғанда, буласаҡ пенсионерҙарға өмөтләнгәндән дә түбәнерәк түләнеүе бик тә ихтимал тигән фараздар ҙа бар.

* 1 ғинуарҙан әсәлек капиталы артты. Быйылға уның күләме 430 мең һум тип билдәләнгән, индексация — 20 мең һум самаһы. Әсәлек капиталы барлыҡҡа килгәндән алып 70 процентҡа артҡан, йәғни теүәл һандар менән әйткәндә — 180 мең һумға. Законға ярашлы, әсәлек капиталын торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға, балаға белем биреүгә йәки хеҙмәт пенсияһының тупланма өлөшөн арттырыуға тотонорға мөмкин.

* Башҡортостанда һуңғы тиҫтә йылда тәүге тапҡыр транспорт һалымы арта. Ул элеккесә техниканың ҡеүәтенә ҡарап иҫәпләнә. Әлегә тиклем 100 ат көсөнән аҙыраҡ ҡеүәтле автомобилдәргә 5 һум 50 тиндән түләргә тура килһә, 1 ғинуарҙан һалым күләме 10 һумға етә. Элек 100-ҙән 150-гәсә ат ҡеүәте булғанда 15 һум иғәнә алынһа, хәҙер был автомобилдәр ике категорияға бүленгән: 100-ҙән 125-кә тиклем һәр ат көсө өсөн — 20 һум, ә 150-гә тиклеменә 25 һум һалым ҡаралған. Унан да ҡеүәтлерәк двигателдәргә һалым үҙгәрешһеҙ ҡала.

* Бынан тыш, бензин, араҡы һәм тәмәкегә хаҡ арта. Акциз ставкаларын күтәреү тәҡдимен Президент Владимир Путин хупланы. Белгестәр был ҡарар ҡаҙнаны тулыландырыуға ярҙам итеү менән бер рәттән инфляцияға ла этәргес бирә ала тигән фекерҙә.

* Дәүләт һатып алыуҙарында мутлашыуға ныҡлы кәртә ҡуйыла. 1 ғинуарҙан “Контракт системаһы тураһында” Федераль законға үҙгәрештәр үҙ көсөнә инде. Уға ярашлы, һәр дәүләт учреждениеһына сығымдар һәм тендерҙар ойоштороу планын алдан әҙерләү һәм иҫкәртеү бурысы ҡуйыла. Бынан тыш, дәүләт ойошмаларында килешеү төҙөү менән шөғөлләнеүсе махсус бүлектәр барлыҡҡа киләсәк.

* Әрме хеҙмәтенән баш тартыусыларға бынан ары хәрби билет тапшырылмаясаҡ. Ватан алдында бурысын үтәмәгән йәштәрҙең дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттә вазифа биләү хоҡуғы ла сикләнә. Хәрби хеҙмәткә оҙатыуҙы кисектереү тәртибендә лә үҙгәрештәр бар. Артабан улар уҡыу йортоноң аттестацияһына бәйле булмаясаҡ, йәғни дини уҡыу йорттарында йәки институт һәм университеттарҙың әҙерлек бүлектәрендә шөғөлләнеүселәр ҙә кисектереү хоҡуғынан файҙалана аласаҡ.


Вернуться назад