Яратҡан гәзитем аша барлыҡ ҡан-ҡәрҙәштәремде Яңы йыл менән ихлас тәбрикләйем. Йылҡы йылы һәр ғаиләгә именлек, муллыҡ, бәхет алып килһен! Тыуып үҫкән еремдән бик алыҫта йәшәһәм дә, республика һәм район гәзиттәре аша кендек ҡаным тамған Ватанымдың һулышын ваҡытында белеп торам, уңыштарға ҡыуанам, көйөнөстәр булһа, ҡайғырам.
«Башҡортостан» гәзите ойошторған «Һөнәрмән» конкурсы йомғаҡтары буйынса, баҡтиһәң, мин дә еңеүсе булып танылғанмын икән. Был минең өсөн көтөлмәгән хәл булды. Баһалама ағзаларына рәхмәт! Әммә мин бит конкурста ҡатнашып, ниндәйҙер бүләккә өмөт итмәгәйнем, бары тик башҡарған эшем кемдәргәлер фәһем булыр тигән инем. Заман ауырлығына, эш булмауына һылтанып, юҡты бушҡа ауҙарып, эсеп-туҙып йөрөүселәр бигерәк күбәйҙе бит. Ә ихтыяр көсөң барҙа бөтәһенә лә өлгәшергә мөмкин, шул саҡта донъяң да түңәрәк булыр.
Һеҙҙең гәзит халҡыбыҙҙың алтын ҡуллы кешеләрен табып, улар тыуҙырған мөғжизәләрҙе барлыҡ республикаға күрһәтеп, әйтеп бөтөргөһөҙ ҙур эш башҡарҙы. «Башҡортостан»дың был башланғысын дәүләт органдары күтәреп алыр, ошондай сараларҙы даими үткәрер, тип ышанам. Дәүләт тарафынан хәстәрлекле ҡараш булһа, ауыл-ҡалаларҙа һөнәрмәндәр тағы ла артыр, шул ерлектә халыҡтың көнкүреше һәм тормош сифаты ла күпкә яҡшырыр ине.
Ә инде мин «Башҡортостан» Йылҡы йылында ла халҡыбыҙҙы хаҡ юлдан алға әйҙәр, йүнселлекте, кәсепселекте артабан да үҫтереүгә йоғонто яһар, тип ышанам. Бары тик ҡара тир түгеп табылған байлыҡ ҡына бәрәкәтле ул. Уңған булайыҡ, бай булайыҡ, ғәзиз ҡәрҙәштәрем!
«Башҡортостан» гәзитенең бай йөкмәткеле һәр һанын түҙемһеҙлек менән көтөп алыусы
Әхмәт ҒӘЙНЕТДИНОВ,
I группа инвалиды.
Яҡут (Саха) Республикаһы,
Сунтар улусы.