Ике тәүлектә — 36 янғын10.01.2012
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы Яңы йылдың тәүге көндәрендә үк ошондай күңелһеҙ яңылыҡ еткерҙе.
Дүртөйлө ҡалаһындағы өс бүлмәле фатирҙа, Мәләүез районының Самойловка ауылындағы ағас йортта сыҡҡан янғын ике хужаның да ғүмерен өҙгән. Улар тәмәке менән һаҡһыҙ ҡыланған тип фаразлана. Бәләбәй районының Илькин ауылында сыҡҡан янғын тотош бер ғаиләне һәләк итә.


Вернуться назад