Халыҡты һаҡлап ҡалыу өсөн05.01.2014
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға былтырғы Мөрәжәғәтнамәһендә: «Халыҡты һаҡлап ҡалыу – эшебеҙҙең төп девизы. Тыуымды арттырыу, үлем кимәлен түбәнәйтеү, республикаға килгән халыҡ һанын күбәйтеүҙе тәьмин иткән уңайлы миграция сәйәсәтен тормошҡа ашырыу – демографик сәйәсәтебеҙҙең өс төп йүнәлеше бына ошо», – тигән юлдар бар.

Һәр йәмғиәттең киләсәге – балалар. Былтыр Башҡортостанда уларҙың сәләмәтлеген хәстәрләү йәһәтенән дә байтаҡ ҡына эш атҡарылды. Мәҫәлән, Республика балалар клиникаһында яңы диагностика үҙәге сафҡа инде. Майҙаны 7,5 мең квадрат метр тәшкил иткән үҙәк заман талаптарына яуап бирә, сменаһына 1200 пациентты ҡабул итеүгә иҫәпләнгән.
Республика кардиология диспансерында балалар анестезиологияһы һәм реанимацияһы бүлеге асылды. Яңы бүлексә һигеҙ койкаға иҫәпләнгән. Операциянан һуң балалар ятасаҡ һәр урын алдынғы техника, йәшәйеште тәьмин итеүҙең заманса системалары менән йыһазландырылған. Яһалма һулыш алдырыу, тән температураһын һаҡлау аппараттары ҡуйылды. Дарыу миҡдарын билдәләгән аппаратура айырыуса ҙур әһәмиәткә эйә.
Ҡала һәм район дауаханаларын техника менән йыһазландырыу буйынса ла байтаҡ эш атҡарылды. Башҡортостандың 30 район үҙәк дауаханаһына өр-яңы реанимобилдәр тапшырылды. «Пежо Боксер» фургонының һәр береһенә яңы реанимация ҡорамалы ҡуйылған. Тимәк, ауыр хәлдәге кешегә ярҙамды дауаханаға барып етмәҫ элек тә күрһәтергә мөмкин. Иң мөһиме – улар республиканың төпкөл райондарына бүленде. Һәр автомобилдең хаҡы – 2,8 миллион һум. Бөтәһе 84 миллион һум аҡса тотонолдо.
Медицина хеҙмәткәрҙәре өсөн тағы бер ҡыуаныслы ваҡиға булды: һаулыҡ һаҡлау тармағын яңыртыу программаһына ярашлы алынған «тәгәрмәс өҫтөндәге» клиникалар алыҫ, төпкөл район һәм ауылдарҙағы халыҡҡа ашығыс медицина ярҙамы күрһәтеү, сирҙәрҙе иҫкәртеү эшен яҡшыртыу өсөн тәғәйенләнде. Мәҫәлән, Мәсәғүт район үҙәк дауаханаһы бөтә тейешле диагностика ҡорамалы, лабораторияһы булған ике медицина модуленә эйә булды. Бөтәһе ун бер күсмә медицина комплексының асҡыстары дауаханаларға тапшырылды. «Тәгәрмәс өҫтөндәге» клиникалар 181,5 миллион һумға төштө.
Ғ.Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһында 120 койкалыҡ яңы акушер-гинекология корпусы асылды. Унда уңайлы палаталар, бала табыу залдары, операция һәм интенсив терапия бүлектәре бар. Бынан тыш, 16 мең квадрат метрлыҡ майҙанда ҡабул итеү, сабыйҙар патологияһы, йөклө ҡатындар, бала табыуға әҙерлек бүлектәре, ультратауыш диагностикаһы, дауалау бүлмәләре, неонаталь һәм операция блоктары, экспресс-лаборатория урынлашҡан.
Республика райондарында мохтаждарға социаль йорттар төҙөү эше яйлы барҙы. Мәҫәлән, Федоровка районында ун һигеҙ фатирлы йорт ҡалҡып сыҡты. Етемдәргә лә фатир бүленде.
Бала табыу сертификаттарының һөҙөмтәһе лә тойолдо. Программа бойомға ашырыла башлағандан алып (2006 йылда) тыуым 42 меңдән 57 меңгә тиклем артты. Башҡортостан әсәлек капиталын алыусылар һаны буйынса алдынғылар рәтендә.
Әсәлектең абруйын күтәреүҙәге, ғаилә йолаларын нығытыуҙағы һәм бала тәрбиәләүҙәге ҡаҙаныштарҙы билдәләү маҡсатында Нефтекама ҡала округының үҙ миҙалы булдырылды. Ул «Әсәгә рәхмәт» тип атала.
Йәштәрҙе төпкөлгә ылыҡтырыу маҡсатындағы «Ауыл табибы» программаһы уңышлы ашырыла. Ошо проект һөҙөмтәһендә республиканың күп кенә дауаханалары медицина белгестәре менән тулыланды.
Былтыр августа республикала «Мобиль кардиолог» акцияһы үткәрелде. А.Н. Бакулев исемендәге йөрәк-ҡан тамырҙары хирургияһы ғилми үҙәгенең кардиологтары ҡатнашлығындағы сара барышында «Янғантау» шифаханаһы етәкселеге ярҙамы менән Салауат, Дыуан, Ҡыйғы, Ҡариҙел райондарында һәм Өфө ҡалаһында халыҡты ҡабул итеү ойошторолдо.
Рәсәйҙә 144 миллион кешенең һәр тиҫтәһе – инвалид. Башҡортостанда 4 миллион самаһы кеше йәшәһә, шуларҙың 318 меңе – зәғиф. Улар ҙа иғтибар үҙәгенән төшмәне. Һуңғы йылдарҙа Башҡортостан эш урынында йәрәхәтләнеү осраҡтарының кәмеүе буйынса Рәсәй төбәктәре араһында тәүге бишәү иҫәбендә. Дөйөм алғанда, республикала кеше ғүмеренә бәйле ауыр фажиғәләрҙе алты тапҡырға ҡыҫҡартыуға өлгәшелгән. Шуға ҡарамаҫтан, хеҙмәткәрҙәрҙең эш ваҡытында бәлә-ҡазаға тарыуына юл ҡуйыла әле. Мәҫәлән, санитария-гигиена талаптарына ярашлы булмаған урындарҙа 100 мең самаһы кеше эшләй.
Республика балалар баҡсалары төҙөүгә федераль бюджеттан 1,7 миллиард һум күләмендә субсидия алды. Президент Рөстәм Хәмитов ошо аҡсаны бүлеү тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы. Маҡсатлы программа буйынса республика ҡаҙнаһынан был маҡсатҡа тағы ла 863 миллион һум бүленде. Был аҡса кисекмәҫтән ҡала-райондарға ебәрелде. Әле төҙөлөштәр бара. Балалар баҡсаларына сиратты 2015 йылға тулыһынса бөтөрөргә вәғәҙә итәләр.
Ҡыҫҡаһы, республикала социаль мәсьәләләрҙе хәл итеү буйынса эҙмә-эҙлекле эш алып барыла. Әммә был өлкәлә проблемалар байтаҡ әле.


Вернуться назад