Хеҙмәтенә күрә — хөрмәте05.01.2014
Башҡортостан Республикаһы Президенты Указына ярашлы, Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының алтынсы саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты Фәхретдинов Иршат Юнир улы Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнде.
Башҡортостан Прокурорының шәхси именлекте һәм физик яҡлауҙы тәьмин итеү буйынса өлкән ярҙамсыһы Арыҫланов Юрис Барис улына, Башҡортостан Прокуроры урынбаҫары Бикбулатова Гөлсәсәк Фәрит ҡыҙына, Башҡортостан Прокуроры урынбаҫары Зөбәйеров Руслан Марат улына, Башҡортостан Прокурорының вәкиллекле (закондар сығарыу) һәм башҡарма органдар, урындағы үҙидара органдары менән үҙ-ара эш итеү буйынса өлкән ярҙамсыһы Мөхәмәтшин Дамир Рәйес улына “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы” тигән маҡтаулы исем бирелде.
Башҡортостан Республикаһы Президенты указдарына ярашлы, Белорет үҙәк район клиник дауаханаһының операциялар блогы мөдире, табип-хирург Елосов Анатолий Алексеевич — "Башҡортостан Республикаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн" ордены, Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Афонин Сергей Иванович, Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәтенең физик культура һәм спорт комитеты рәйесе Ризуанов Наил Зәки улы — "Башҡортостан Республикаһындағы фиҙакәр хеҙмәте өсөн" отличие билдәһе, Башҡортостандың хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Алмаева Наталья Николаевна, Учалы ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары Вәлиева Сара Фәтҡулла ҡыҙы, Башҡортостандың Заманса бишбәйге федерацияһы президенты Ғизәтуллин Урал Тимербай улы, Асҡын районындағы "Асҡын" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте машинисы Исламов Рәдиф Тимерша улы, Учалы тау- байыҡтырыу комбинатының участка начальнигы Ҡунаҡҡужин Фәрит Ғариф улы, "Ҡариҙел" редакция-нәшриәт комплексы шоферы Мөхтәсәров Әүхәт Мансур улы, Белорет районындағы "Металлург" туҡланыу идаралығының баш бухгалтеры урынбаҫары Прозорова Тамара Васильевна, Стәрлетамаҡ троллейбус идаралығы слесары Рәхимов Мөнир Рәйес улы, Башҡортостан Юл хужалығы идаралығының бүлек начальнигы Садиҡов Рөстәм Йәғәфәр улы, Рәсәй банкының Башҡортостан Милли банкындағы бүлек начальнигы Хисмәтуллин Батыр Фәйзрахман улы, Дәүләкән районындағы Дәүләкән биләмә-ара үҙәк китапханаһы директоры Чикова Лидия Петровна, "Салауатбыяла" йәмғиәтенең цех начальнигы урынбаҫары Швецова Лидия Анатольевна, 2-се республика клиник дауаханаһы поликлиникаһындағы бүлек мөдире, табип-терапевт Янбаева Рәйсә Мозафар ҡыҙы Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менән бүләкләнде;
"Мәләүез минераль ашламалары" йәмғиәте аппаратсыһы Гәрәев Флүр Фәнәүи улына — "Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған химигы", "Мотор" фәнни-етештереү предприятиеһының идарасы директоры Петошин Владимир Анатольевичҡа — "Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған машина эшләүсеһе", Кушнаренко районындағы "Надежда" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Әхмәтйәнов Фаил Рәйес улына — "Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре", Ҡариҙел районы хакимиәтенең мәғариф бүлеге начальнигы Ғиниәтуллин Рауил Кәнип улына — "Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре", "Башинформсвязь" йәмғиәтенең Мәләүез район-ара электр элемтәһе узелындағы инженер-электроник Юлмәтов Илдус Фәһим улына, "Башинформсвязь" йәмғиәтенең Туймазы район-ара электр элемтәһе узелындағы цех начальнигы Фәттәхов Рәсим Шәмсетдин улына — "Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған элемтәсеһе", "Башҡортостан" телерадиотапшырыуҙар компанияһының "Юлдаш" мәғлүмәт һәм йыр-моң каналы мөхәррире Арыҫланов Риф Хәмит улына — "Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре", Башҡортостан рәссамдарының ижади союзы ағзаһы, рәссам Зөбәйеров Мөнир Мөҙәрис улына — "Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы", Өфө "Нур" дәүләт татар театры артисы Ғәйнетдинова Лениза Мәүләүи ҡыҙына, Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берекмәһенең балет артисы Хәйруллин Рөстәм Рамазан улына — "Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы", Ҡырмыҫҡалы район мәҙәниәт һарайының халыҡ театры режиссеры Низамова Флүрә Ғәлинур ҡыҙына, Әлшәй районындағы Раевка балалар сәнғәт мәктәбе директоры урынбаҫары Фәйзуллина Фатима Рауил ҡыҙына, Сибай ҡалаһындағы Балалар сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы Хәйбуллина Сания Салауат ҡыҙына, Күгәрсен районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге начальнигы Хөснуллина Рәмзиә Рауил ҡыҙына, Ейәнсура район мәҙәниәт йортоноң халыҡ коллективтары балетмейстр-ҡуйыусыһы Йәнбәков Йәмил Вәсиҡ улына — "Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре", Нефтекама үҙәк ҡала дауаханаһының 2-се поликлиника бүлеге табип-терапевы Вәлимова Әлфиә Муллахан ҡыҙына — "Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы", Туймазы үҙәк район дауаханаһының өлкән шәфҡәт туташы Ғиләжева Фәнзилә Фәтҡелислам ҡыҙына, Нефтекама үҙәк ҡала дауаханаһының 1-се поликлиника бүлегендәге өлкән шәфҡәт туташы Канданова Людмила Алексеевнаға, Краснокама үҙәк район дауаханаһының Иҫке Мошто фельдшер-акушерлыҡ пункты мөдире Сәлимова Динифә Сәлимйән ҡыҙына — "Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре", Яңауыл ҡалаһындағы шәхси эшҡыуар Әхмәтйәнова Фәзинә Ахун ҡыҙына — "Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған хеҙмәтләндереү өлкәһе хеҙмәткәре", Өфө ҡалаһындағы "Газспецмонтаж" йәмғиәтенең электр менән иретеп йәбештереүсеһе Аралов Альберт Хәлил улына — "Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе", Өфө ҡалаһы хакимиәтенең хоҡуҡ идаралығы начальнигы урынбаҫары Верещагина Елена Александровнаға — "Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы", Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы Халыҡ мәшғүллеге үҙәге директоры урынбаҫары Серов Виктор Владимировичҡа — "Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡты социаль яҡлау хеҙмәткәре", Салауат ҡалаһындағы Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбенең тренер-уҡытыусыһы Сорокин Александр Леонидовичҡа "Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре" тигән маҡтаулы исемдәр бирелде.


Вернуться назад