“Уртаҡ йортобоҙҙа именлек булһын!”05.01.2014
“Уртаҡ йортобоҙҙа именлек булһын!”Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республика халҡын яңы 2014 йыл менән ҡотланы. Унда былай тиелә:
“Ҡәҙерле дуҫтар! Беҙ иҫке йылды оҙатып, яңыһын ҡаршылайбыҙ. Һәр беребеҙҙең үҙенә генә хас тормош йылъяҙмаһы бар. Беҙҙе иң элек яҡындарыбыҙҙың уңыштары һәм ҡаҙаныштары ҡыуандыра. Юғалтыуҙарҙы, ауырлыҡтарҙы ла беҙ улар менән уртаҡлашабыҙ. Шулай булырға тейеш тә. Бер үк ваҡытта бер-беребеҙҙе, тирә-яҡтағы кешеләрҙе, республиканы һәм илде күҙгә күренмәҫ ептәр бәйләй. Барыбыҙҙы ла Тыуған илебеҙ, уның тарихы һәм мәҙәниәте, яҡшы, мул тормошҡа ынтылыш берләштерә. Нәҡ ошо республика халҡын берҙәм, бер бөтөн халыҡҡа әүерелдерә.
Беҙ алға барабыҙ! Юл — ауыр, етди һынауҙар күп. Бергәләп кенә тормошто яҡшыртыуға өлгәшә алабыҙ. Иң мөһиме — кешеләргә яҡшы һәм уңайлы йәшәү өсөн шарттар булдырыу. Ғаиләлә муллыҡ, туғандар һәм яҡындар иҫән-һау булһын, дуҫтарыбыҙҙың, хеҙмәттәштәребеҙҙең эше уңышлы барһын. Балаларҙың, ейәндәрҙең бәхете тормошобоҙҙо йәмләй, тыныслыҡ һәм киләсәккә ышаныс бирә. Бының өсөн көсөргәнешле эшләргә лә була.
Киләһе йыл күп яҡты көндәр, ышаныс һәм тәүәккәллек, иҫтә ҡалырлыҡ һөҙөмтәләр килтереүен теләйем. Ҡәҙерле кешеләребеҙ изге хәбәрҙәр менән генә ҡыуандырһын. Ҡайғы-хәсрәт урап үтһен. Ғәҙеллек тантана итеүенә ышаныс нығыһын, изгелек, сабырлыҡ, уңыштар юлдаш булһын. Уртаҡ йортобоҙҙа тыныслыҡ һәм именлек, һаулыҡ һәм шатлыҡ-ҡыуаныстар булһын! Яңы йыл менән, ҡәҙерле туғандар!”


Вернуться назад