Эшһөйәрҙәргә лайыҡлы баһа05.01.2014
Эшһөйәрҙәргә лайыҡлы баһаБашҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Республика йортонда иң яҡшы хеҙмәткәрҙәргә федераль һәм республика кимәлендәге юғары дәүләт наградаларын тапшырҙы.

— Бүләккә һеҙ тырышлығығыҙ һөҙөмтәһендә лайыҡ булдығыҙ. Оло эшмәкәрлегегеҙ, намыҫлы хеҙмәтегеҙ өсөн рәхмәт белдерәм, — тине Рөстәм Хәмитов. — Һеҙҙе лайыҡлы наградалар менән ҡотлайым, именлек, һаулыҡ, уңыштар теләйем. Яңы йыл алдынан бындай бүләкте алыу айырыуса ҡыуаныслы. Үтеп барған йылда һеҙ намыҫлы эшләнегеҙ, дәүләт быны тейешенсә баһаланы.
Рәсәй Федерацияһы Президентының рәхмәтенә лайыҡ булған Дәүләкән районы хакимиәте башлығы Закир Бикбулатов өлгәшелгән юғары иҡтисади күрһәткестәрҙе һаҡлап ҡалырға ынтыласағын белдерҙе. Мәсетле районының “Ленин” ауыл хужалығы кооперативы рәйесе Павел Ватолин да ил Президентының Рәхмәтенә лайыҡ булды. Ул төбәк етәксеһенә ауыл хужалығына ярҙам күрһәтеүгә йүнәлтелгән саралар өсөн рәхмәт әйтте.
Башҡорт дәүләт университеты ректоры Николай Морозкин республиканың Почет грамотаһы менән бүләкләнде. Ул да төбәк етәкселегенең мәғариф мәсьәләләренә ҙур иғтибар биреүен, бының тармаҡтағы эш сифатын яҡшыртыуға булышлыҡ итеүен билдәләне. Дәүләт наградаларына 20 кеше лайыҡ булды. Улар араһында табиптар, журналистар, уҡытыусылар, төҙөүселәр, хакимиәт башлыҡтары, ғалимдар бар.


Вернуться назад