Алло, “Социаль такси”мы?05.01.2014
Өлкәндәрҙең тормош сифатын яҡшыртыу маҡсатында Өфөлә “Социаль такси” хеҙмәте эшләй башланы.
Хәйер, элегерәк тә баш ҡаланың ҡайһы бер райондарында бындай мөһим хеҙмәт күрһәтелә ине. Хәҙер “Социаль такси” ҡаланың бөтә райондарында эшләйәсәк. Был уңайлыҡтан инвалидтар, өлкән кешеләр файҙалана ала. Бары яҡындағы халыҡты социаль хеҙмәтләндереү буйынса комплекслы үҙәккә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Һеҙҙе мотлаҡ социаль хеҙмәткәр оҙатып йөрөйәсәк. Маршрутты билдәләнегеҙме? Дауалау-иҫкәртеү учреждениелары, хоҡуҡ һаҡлау органдары, социаль яҡлау хеҙмәттәре, пенсия фонды һәм башҡа объекттар — һеҙҙең ҡарамаҡта.
Социаль таксиҙы күҙ алдына килтерәйек: электрон күтәргес, махсус ултырғыстар, ҡайыш һәм сигнал төймәләре менән йыһазландырылған микроавтобустар бик уңайлы. Ҡала буйлап ошондай өс “ГАЗель” машинаһы йөрөйәсәк. Юл хаҡы ғәҙәттәге таксиҙағыға ҡарағанда 30-40 процентҡа арзаныраҡ. Һорауҙарығыҙ булһа, (347) 267-54-77 телефоны аша белешмә алырға мөмкин.