Иң яҡшылар иҫәбендә05.01.2014
“Рәсәй ҡалалары. Милли һайлау” конкурсына йомғаҡ яһалды. Ул 2013 йылдың февралендә башланып, Яңы йыл алдынан ғына тамамланды. Сараның маҡсаты — Рәсәйҙәге иң күркәм, иң танылған “символик” ҡаланы асыҡлау.
Тауыш биреү һөҙөмтәләренә ярашлы, иң яҡшы ҡала тип Чебоксар танылды. Уның артынса Красноярск менән Хабаровск килә. Тәүге тиҫтә Башҡортостандың баш ҡалаһы менән тамамлана. Уның өсөн 40 меңдән ашыу кеше тауыш биргән. Ойоштороусыларҙың фекеренсә, проекттың төп бурысы — ил буйлап сәйәхәт ҡылыуға ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыу. Сайтҡа ингән ҡунаҡтар ҡалаларҙың мәҙәниәте, иҫтәлекле урындары хаҡында байтаҡ ҡыҙыҡлы мәғлүмәт алды. Әйткәндәй, Санкт-Петербург 84 рейтингтың — 19-сы, ә Мәскәү 50-се баҫҡысын биләгән.
Республикабыҙ тағы ла бер рейтингта алғы рәттә. Башҡортостан Сочиҙағы ҡышҡы Олимпиадала ҡатнашыуға кандидаттар һаны буйынса ил төбәктәре араһында дүртенсе урынды биләй. Республикабыҙҙан 29 кеше уйындарҙа көс һынашыуға дәғүә итә. Рейтингта тәүге өс баҫҡысты Мәскәү ҡалаһы, Мәскәү өлкәһе менән Санкт-Петербург алған. Башҡортостан спортсылары шорт-трек, трамплиндан саңғыла һикереү кеүек спорт төрҙәрендә ҡатнаша.