Йәштәрҙе тәбиғәт ғорурландыра10.01.2012
Йәштәрҙең 80 проценты республиканың тәбиғәте менән ғорурлана. Башҡортостан Фәндәр академияһының Социаль-сәйәси һәм хоҡуҡи тикшеренеүҙәр институты, һөнәри белем биреү учреждениелары студенттарынан һорау алып, шундай һығымтаға килгән.
Икенсе урында — "республиканың бай тарихы" тигән яуап (38,8 процент). "Нефть сәнәғәте" (31,3), "ҡымыҙ менән бал" (30,6), "традицияларҙың һаҡланыуы" (30 процент) яуаптары ла байтаҡ тауыш йыйған. "Халыҡ музыкаһы һәм сәнғәте" (12,6) менән "заман әҙәбиәте һәм сәнғәте" (3,8 процент) республиканың үҙенсәлекле рейтингының аҙаҡҡы баҫҡысында.