Йылҡы йылына — “тимер ат”тарҙа!05.01.2014
Яңы йыл алдынан Рәсәй Социаль страховка фондының Башҡортостан буйынса төбәк бүлексәһе идарасыһы Марат Латипов эш урынында сәләмәтлеген юғалтҡан 15 кешегә өр-яңы Lада “Granta” машиналарының асҡысын тапшырҙы.
Ҡул менән идара ителеүсе автомобилдәр үтә уңайлы, улар ярҙамында хәҙерге заман шарттарына еңелерәк яраҡлашып буласаҡ. Иң мөһиме – машиналар бушлай бирелә. Производствола имгәнгән инвалидтарҙы социаль реабилитациялау йәһәтенән 2001 йылда ҡабул ителгән программаның төп маҡсаты ла шул. Ошо осорҙа 852 автомобиль хужаһын тапҡан, “тимер ат”тарҙың дөйөм хаҡы 115,8 миллион һум тәшкил иткән.
— Ҡарлуғасҡайым минең! Бына, исмаһам, машина! Иҫән-һау йөрөргә яҙһын, — тип ҡыуана Краснокама районынан килгән Николай Николаев, тәҙрә быялаһына ҡунған аҡ ҡар бөртөктәрен һепергеләп. Эш ваҡытында юл фажиғәһенә эләгеп, уң аяғын имгәткән һыу хужалығының проект төркөмө начальнигы 11 йылдан ашыу инде Фондтың хеҙмәттәренән файҙалана. Тәүге машинаны бынан ете йыл элек алған. “Фонд йөкләмәләрен һәр саҡ ваҡытында үтәй. Бер үтенесте лә иғтибарһыҙ ҡалдырмай, ниндәй генә шифаханаларҙа ял итмәнем! Яңы йыл алдынан шундай ҙур бүләк алыу — бөтә ғаиләбеҙ өсөн дә оло байрам”, — тине Николай Викторович.
Автомобилдәрҙе йыйғанда буласаҡ хужаларҙың бөтә физиологик үҙенсәлектәре иҫәпкә алынған, шуға күрә техника менән идара итеүҙә ҡыйынлыҡтар булмаясаҡ, ти белгестәр. Тағы ла бер бүләк хужаһы, Салауат районында йәшәүсе Алик Низаметдинов менән танышабыҙ. Бынан 33 йыл элек ул урып йыйыу мәлендә бәхетһеҙлеккә тарыған. Бөгөн Алик Айрат улы инвалидтарҙың Бөтә Рәсәй йәмғиәте ағзаһы, теннис, еңел атлетика буйынса ойошторолған ярыштарҙа ҡатнаша, спорт туризмы менән шөғөлләнә.
— Бәләгә тарығандан һуң мине яңғыҙ ҡалдырманылар. Фонд хеҙмәткәрҙәренең хәстәрлегенә рәхмәтлемен. Страховка түләүҙәрен алам, протездар, махсус аяҡ кейемдәре бирәләр. Быныһы — икенсе машинам, дөрөҫөн әйткәндә, бындай яҡшы автомобилгә өмөт итмәгәйнем, — тине Алик Айрат улы.
Машиналарҙы файҙаланыу осоро – ете йыл. 15 машина хужаһының алтауһы уны икенсе тапҡырға алды. Ошо ваҡыт эсендә Фонд иҫәбенә техникаға бер тапҡыр капиталь ремонт яһарға, квартал һайын машинаны хеҙмәтләндереүгә, яғыулыҡ-майлау материалдарына киткән сығымдарҙың аҡсалата ҡайтармаһын алырға мөмкин.


Вернуться назад