Йәнлектәр сирләй05.01.2014
Ҡариҙел районындағы Үреш-Битулла ауыл Советының Хорошаев ауылында йәнлектәрҙең ҡотороуына бәйле карантин иғлан ителде.
Республика Президенты Рөстәм Хәмитов тейешле Указға ҡул ҡуйҙы. Сикләү саралары Башҡортостандағы Ветеринария идаралығы күрһәтмәһенә ярашлы билдәләнде. Әле биләмәлә йәнлектәр менән сауҙа итеү, эт, бесәйҙәрҙе ауылдан сығарыу тыйыла.