Ижад менән ғаилә тормошо, балалар үҫтереү — икеһе-ике нәмә, әлбиттә. Шулай ҙа сабыйҙар бәләкәй саҡта шундай итеп әйтеп ҡуя, һинең тиҫтәләрсә битлек хикәйә, повестарың ары торһон.
...Фаягөлгә өс йәштәр самаһы булғандыр. Эштән ҡайтып инеүем булды:
— Әттә, — ти ул, йүгереп килеп ҡосаҡлап, — бер нәтәкәй асайсыңмы?
— Нәмәкәй ул, бер нәҫтәкәй — тәмлеме? — тип һораған булам.
— Тәмле, асайсыңмы бер нәтәкәй?
— Эйе, ашайым, — сабыйҙың күңелен табырға тырышып, шулай тим.
— Ә беҙ уны асап бөттөк инде... — тип ҡулдарын йәйә ҡыҙыҡай.
Ошоларҙы теркәп ҡуйыр өсөн генә лә йәне булған, ғүмерендә ҡулына ҡәләм алмаған кеше лә ҡағыҙға текләр. Ана бит, беҙ, өлкәндәр, һис уйлап сығармаҫлыҡ нәмәләр тураһында һөйләй улар.
...Тимерғәленең мәктәпкә барған йылы. Һыйыр быҙаулаған. Тәүге көндө уны өйгә индерәбеҙ. Фаягөл, Юлай, Тимерғәле быҙау янынан китмәй.
— Ә быҙау ҡайҙан килеп сыға? — тип ҡыҙыҡһына Фаягөл.
— Һыйыр уны урмандан алып ҡайта, — тигән булабыҙ.
Ҡыҙ һаман ныҡыша.
— Ю-уҡ, ул бөгөн улманға балманы-ы-ы...
Шул саҡ алты йәшлек ағаһы бүлдерә:
— Күп һорама, ҡайҙан алғанын беренсе класҡа уҡырға барғас белерһең әле...
Ҙур кеше бит, ағай кеше! Бына шулай, юҡҡа ғына балалы өй — баҙар, балаһыҙы — маҙар, тимәгәндәр.
...Туғыҙ йәшлек Юлай менән өс йәшлек Азаматтың башы төкөшә. Азамат иламай. Башын тотоп, бер беҙгә, бер ағаһына ҡарап тора. Шул саҡ Юлай:
— Азаматтың башы бәрелеп өйрәнеп бөткән дә ул, бына минеке ауырта, — ти.
Барыһы ла көлөшә, хатта маңлайы ҡабарып сыҡҡан Азамат та йылмайғандай итә.
...Әлбиттә, балаларҙың ҡыҙыҡ һөйләүе бик күп. Һәр береһен теркәп бармағанға үкенәм. Шулай ҙа бер нәмә тынысландыра: Камила менән Алтынай исемле ейәнсәрҙәрем үҫә. Аллаһы Тәғәлә тағы бирер әле — һәр сабый үҙ ризығы менән тыуа. Ана бит, үҙебеҙҙекеләрҙең үҫеп еткәнен һиҙмәй ҙә ҡалдыҡ: өлкән улыбыҙ Тимерғәле үҙ эшен асты, Лиана исемле кәләш алып ҡайтты; Юлай юғары уҡыу йортонда ситтән тороп уҡый, Дарья киленебеҙҙе тупһа аша атлатты; Фаягөл ҡыҙыбыҙ Бөрйән егете Илшатҡа кейәүгә сыҡты. Кинйәбеҙ ун беренсене бөтә, Азамат һигеҙенселә уҡый. Башы ғаилә мәшәҡәттәренән сыҡмаған, бар ғүмерен балалар тәрбиәләп үҫтереүгә, "командировочный" ир ҡарауға арнаған ҡатыным Нурия менән шатланып бөтә алмайбыҙ. "Командировочный" тигәндән, ғаилә проблемаларынан ситтә торғанға әйтмәйем, ә ғүмерем юлда үткәнгә генә шаярып шулай тим. Шунан һуң, ижад кешеләре менән йәшәгән хәләл ефеттәргә Аллаһы Тәғәлә сабырлыҡ бирһен. Мостай Кәримдән "Ҡатынығыҙ Рауза апай ижадығыҙҙа нисек ярҙам итте?" тип һорағас, "Ҡамасауламаны — иң ҙур ярҙамы шул булды", — тигән. Ысынлап та, бик ҙур мәғәнә ята унда: ҡамасауламаны, көнләшмәне, балалар үҫтерҙе, үҙең юҡта донъяны алып барҙы...
Йыш ҡына минән: "Ҡасан гәзит өсөн дә яҙырға, ижад итергә, ауылда мал аҫрап, донъя көтөргә лә өлгөрәһең?" — тип һорайҙар. "Һуңыраҡ ятып, иртәрәк торһаң, ваҡыт баштан ашҡан", — тим. Ижад өсөн айырым ваҡыт кәрәкмәй, әҫәр килеп тулышты икән, йә һин уны ултырып теркәйһең, йә "ҡойроғон" да тота алмайһың — осоп китә.
Балаларҙы тәрбиәләү тип кемдер ниндәйҙер алымдар уйлап сығара, Интернетта соҡона ла сабыйҙарын "теге ярамай", "был ярамай" тип үҫтерә. Беҙ әллә нимә уйлап тапманыҡ, ниндәйҙер ҡағиҙә лә булдырманыҡ. Үҙебеҙ эшләнек — балалар эргәлә булды, ҡул араһына инә барҙы. Малайҙар минең менән бергә һәнәк, балта тотто, башҡаһына булышты. Ҡыҙыбыҙ иһә әсәһе янында бешеренергә өйрәнде, теген машинаһын үҙләштерҙе, бәйләм энәләре тотто. Уҡыуҙан тыш, мәктәп тормоштарына ҡыҫылманыҡ: төрлө фәндән район олимпиадаларында ҡатнаштылар, футболға саптылар, ҡышын конькиға, саңғыға баҫтылар... Барлыҡ тәрбиә ошонан ғибәрәт: ҡыҙ — ҡыҙ урынында, малайҙар — буласаҡ ғаилә башлыҡтары үҙ урынында булырға тейеш, тинек. Шул ғына...