Яҡтылыҡҡа ҡарап барырға кәрәк28.12.2013
Яҡтылыҡҡа ҡарап барырға кәрәкИх!.. Үкенеп ҡуям, балалар менән булған мәрәкә хәлдәрҙе ҡағыҙға теркәп бармағанмын, ә хәтер тигәнең тишек иләк ише. Беҙ ваҡ-төйәк тип иҫәпләгәндәр һаҡланмай унда, ҡойолоп бөтә. Алтындың ҙур булмауын һуң ғына аңлайбыҙ шул... Шулай ҙа хәтер иләгенә эләгеп ҡалған бер-ике "ваҡ" ваҡиға күңелде ымһындырып емелдәп тора. Шулар хаҡында һөйләмәксемен.

Улым Айбулатты иртән уятам, торғоһо килмәй.
— Йоҡоң туйманымы? — тим.
Күҙҙәрен ыуалап бер аҙ ятҡас, әйтеп ҡуйҙы:
— Юҡ. Ул бит — обжора...

* * *
Бер көн улым менән урамда йөрөйбөҙ. Аяҡ аҫтына ҡарай ҙа йүгерә был.
— Ниңә улай йүгерәһең дә йүгерәһең әле? — тип ҡыҙыҡһынам.
— Күләгәмде уҙырға теләйем, — ти.
Башыма бер уй килде. Улымды ҡояш яғына ҡаратып ҡуйҙым да, бына, хәҙер күләгәңде уҙҙың, тинем.
Ошо ябай ғына хәл шундай һығымта яһарға мәжбүр итте: үҙ күләгәңде уҙыр өсөн яҡтылыҡҡа ҡарап барырға кәрәк икән.


Вернуться назад