Ҡыҙҙарым Алтынай – өсөнсө, Таңсулпан беренсе класта уҡый. Бер көндә Алтынай:
– Атай, ниңә бөтә кеше лә бай түгел ул? – тип һорап ҡуйҙы.
– Бай булыр өсөн күп эшләргә, егәрле булырға кәрәк.
– И-и-и! Шаяртаһың! – Ҡыҙым миңә аптырап ҡараны. – Һеҙ ҙә бит төндә генә ҡайтаһығыҙ. Әсәй хатта өйҙә лә яҙыша. Ирек ағай ҙа һәр саҡ эштә була. Үҙҙәренең гелән аҡсаһы юҡ. – Алтынай күршеләрҙе лә иҫенә төшөрҙө.
Шул саҡ уның хәбәрен тыңлап торған һеңлеһе:
– Ә мин беләм, ә мин беләм, – тип һикергеләне. – Бай булыр өсөн президент йә директор булырға кәрәк.
Замана балалары тормош ысынбарлығын яҡшы аңлай шул.
Бер кеше кәрәкТаңсулпан балалар баҡсаһына апаһы менән бер төркөмгә йөрөй башланы. Эргәһендә арҡаланыр кешеһе булғас, ул ят мөхиткә тиҙ ылыҡты. Тора-бара үҙен бөтөнләй иркен тота башланы. Йә берәйһенең тәтәйен тартып алып илата, йә көсө етһә лә, етмәһә лә үҙенән ҙурыраҡтарға барып йәбешә. Кисен өйгә ҡайтып инеү менән улар кемуҙарҙан тытылдарға тотона.
— Әсәй, мин туғанымды берәүҙән дә әбижәт иттермәйем.
— Анау Илшат машинаһын тартып алырға уйлағайны, үҙен этеп ебәрҙем.
— Апайым булғас, миңә эрәхәт, берәүҙән дә ҡурҡмайым, — тип бытылдай бәләкәсе.
Балалар баҡсаһында ғына түгел, бөтә ғүмер буйына яныңда бер кешең кәрәк шул. Йүнлерәк эш табайым тиһәң дә, түрә-ҡараның ҡырын-мырын ҡарашынан да. Хатта юҡ ҡына эшеңде ҙур итеп күрһәтергә лә.