Эшҡыуарға — мәғлүмәт ярҙамы10.01.2012
Йыл башында Өфөнөң Эшҡыуарҙар союзында урта һәм бәләкәй бизнесҡа бәйле мәсьәләләр буйынса бушлай консультация уҙғарыласаҡ.
24 ғинуарҙа — һалым буйынса йөкләмәләрҙе ҡулайлаштырыу һәм бухгалтер иҫәп-хисабын алып барыу өсөн сығымдарҙы кәметеү, 31 ғинуарҙа — урта һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡтың хоҡуҡи аспекттары, 7 февралдә хеҙмәтте һәм тауарҙы һөҙөмтәле рекламалау тураһында белгес кәңәштәрен тыңларға мөмкин. 241-47-44 телефонына шылтыратып, алдан яҙылыу мотлаҡ.


Вернуться назад