Донъя йөгө – беҙҙең иңдә28.12.2013
Һүҙ - йыл хужаларына
Резеда УСМАНОВА, Өфөләге 1-се поликлиниканың шәфҡәт туташы:
– Йыш ҡына туғандарым менән дуҫтарым: «Ат йылында тыуғанһыңдыр, Резеда?» – ти. «Ниңә?» — тип һораһам, «Дәртлеһең, ат кеүек сабып, йүгереп эшләйһең, үҙең матур итеп йырлайһың», – тип яуап бирәләр. Ҡайһы саҡ үҙем дә ошо йыл миңә тәьҫир итәлер тип уйлап ҡуям. Был хайуандар өйөрө менән йөрөргә яратҡан кеүек, миңә лә кешеләр күберәк йыйылған урындарҙа булыу, улар менән аралашыу оҡшай. Шуға ла медицинаны һайлағанмындыр. Һыҙланғандарға, ярҙамға мохтаждарға ауыр минуттарында терәк булыу – йәшәүем мәғәнәһе. Үҙемә лә тормош ауырлыҡтарына зарланып, барына шөкөр итеп йәшәй белмәгәндәргә ҡарағанда, ярҙамсыл, изге күңелле кешеләр менән аралашыу күпкә яҡын.
Таңһылыу НИЗАМЕТДИНОВА, «Красноусол» шифаханаһының лаборатория мөдире:
– Элек-электән һәр йылдың ниндәйҙер бер йәнлек исемен йөрөтөүе бушҡа түгелдер. Һәммәбеҙгә лә ул йоғонто яһамай ҡалмайҙыр тип уйлайым. Беҙ, Йылҡы йылында тыуғандар ҙа, быны тоябыҙ. Был бигерәк тә хеҙмәткә бәйле һиҙелә. Был мал эйәләре кеүек дәртләнеп, ең һыҙғанып, сабып тигәндәй эшләүгә бер ни етмәй. Йылҡы өсөн 2013 йыл уңышлы булды, күңелдә йылы хәтирәләр генә уйылып ҡалды. Яңы өй туйлау, улыбыҙҙың өйләнеүе – үҙе бер ҡыуаныс. Киләһе йылдан да яҡшы ғына яңылыҡтар көтәбеҙ. Шифаханабыҙға ла ял итеүселәр күпләп килер тип уйлайбыҙ. Республикабыҙҙа йәшәүселәрҙең һәммәһенә лә ныҡлы сәләмәтлек, бәхет һәм уңыштар юлдаш булһын!
Рәйлә МӨЛӨКОВА, Өфөләге предприятиеларҙың береһендә эшләй:
– Мин, әлбиттә, төрлө йондоҙнамәләргә ышанып етмәйем. Әммә халыҡ бушҡа һөйләмәйҙер. Үҙемә килгәндә, ат кеүек егелеп эшләйем. Хеҙмәттәштәрем менән ниндәйҙер уңышҡа өлгәшһәк тә, ҡыуанып бөтә алмайым. Өйҙә лә бөтә донъя йөгө – минең иңемдә. Ғаиләне борсоған мәсьәләләрҙе үҙем хәл итәм, туғандарыма ла ярҙамлашырға тырышам. Кеше хәстәрҙәрен хәл итергә ынтылған, тормош ауырлыҡтарын үҙ иңенә йөкмәгән атҡа оҡшатам үҙемде. Был малдарҙың да һабантуйҙарҙа ҡатнашыр ҡупшыҡайын түгел, ә ҡәҙимге ябай ауыл атын хәтерләтәм кеүек.