Ат йәнле Алмас28.12.2013
Ат йәнле АлмасҠайһы ауыл малайының арғымаҡта елдәй елеп сапҡыһы, өйөр-өйөр йылҡы көткөһө, иркә ҡолонсаҡтарҙы һөйгөһө килмәй икән?! Ә инде һыуһынды ҡандырыр батырҙар эсемлеге – ҡымыҙҙы ауыҙ иткәндә, бар тәнеңдең семерләп китеүе, беләктәргә көс өҫтәүе үҙе ни тора! Быларҙың барыһын да үҙ елкәһендә татып, район һабантуйындағы бәйгеләрҙә беренселекте бирмәй, бәләкәйҙән ат ялына йәбешеп, оҙон сыбыртҡыһын һелтәп йылҡы көтөп үҫкән Алмас Шөғөровтың бөгөн йылҡысылыҡ менән шөғөлләнеүенә һис тә аптырайһы түгел.

Атаһы Шәфҡәт ағайҙың ярҙамсыһы ла, таянысы ла була ул. Шәфҡәт Шөғөров бигерәк тә башҡорт тоҡомло аттарҙы үрсетеүгә ҙур әһәмиәт бирә.
Әбйәлил районының Ишбулды ауылында тыуып үҫкән Алмас Баймаҡ районының Түбә ауылы һылыуы Гүзәл менән өйләнешкәс, Иҫке Сибай ауылында нигеҙ ҡора. Ат йәнле егет атаһының юлын дауам итә. Башҡорт тоҡомло йылҡы малының төп генофонды һаҡланған, ат спорты үҫешкән, республикала иң күп йылҡы аҫралған төбәктәрҙең береһе Баймаҡ районында йәшәүе лә быға булышлыҡ итмәй ҡалмай. Йәш фермер ат спорты йүнәлешендә эш башлап яңылышмай.
Тәүҙә Алмас Шәфҡәт улы Реактор һәм Мейбибара ҡушаматлы тоҡомло арғымаҡтар һатып ала, уларҙы ярыштарға әҙерләй. Аҡрынлап уның юртаҡтары район, төбәк, республика, Рәсәй кимәлендәге ат спорты ярыштарында ҡатнашып, һәр саҡ ҙур еңеү менән ҡайта. Артабан Алмас Шөғөровтың ат һарайы тағы тулылана. Бөгөн уның алты йәшлек Крошка ҡушаматлы ерән бейәһе, дүрт йәшлек Ренуар-Ремикс исемле туры айғыры, ике йәшлек Матис-Еран айғыры һәм өс йәшлек Галиаф юртағы бар. Ә инде тибенлектә йөрөгән йылҡылары хаҡында әйтеп тораһы ла түгел. Һүҙ таҙа һәм ҡатнаш ҡанлы менге һәм сабыш аттары хаҡында бара. Уларҙың барыһы ла затлы тоҡомдан.
Ат йәнле АлмасӘйткәндәй, шуларҙың араһынан Ренуар-Ремикс хужаһына һәр саҡ еңеү килтерә. Хатта уның етеҙлегенә һоҡланып, күҙҙәре ҡыҙығыусылар арғымаҡ өсөн ҙур хаҡ тәҡдим итә, әммә Алмас тоғро дуҫына хыянат итмәй. Төбәк-ара ат спорты ярыштарында ҡатнашыу өсөн төрлө сығым талап ителеүгә ҡарамаҫтан, фермер һәр бәйгелә, байрамда ҡатнашырға тырыша. Әле уның хужалығында Күгәрсен районынан килгән Риф Ергашев эшләй. Ул арғымаҡтарҙа елдәй елеп, “Шөғөров” фермер (крәҫтиән) хужалығының намыҫын яҡлай, данын арттыра.
Ябай ауыл малайының бала саҡ хыялы тормошҡа ашып, бөгөн районда тәүгеләрҙән булып ат спортын үҫтереп кенә ҡалмай, уны Рәсәй кимәлендә таныта алған егәрле, дәртле һәм аттай талымһыҙ Алмас Шөғөров һымаҡ егеттәр барында башҡорт аты юғалмаҫ, киреһенсә, төрлө ҡитғаларға даны таралыр. Яңы йыл йылҡысылыҡ менән шөғөлләнеүселәргә ҡот һәм бәрәкәт килтерһен, уларҙың данын арттырһын. Амин, шулай булһын.


Вернуться назад