Тиҫтерҙәрем менән ғорурланам28.12.2013
Тиҫтерҙәремдең ихлас башҡарған изге ғәмәле хаҡында һөйләмәксемен. 18 ноябрҙә көтмәгәндә мәктәп ашханаһында эшләгән Рәзинә апайҙың йорт-ҡураһы янып китә. Хужалар үҙҙәре лә, күрше-күлән дә эштә була. Урамдан үтеп барыусылар янғын һүндереүселәргә шылтырата.
Был фажиғәне мәктәптән, интернаттан балалар күреп ҡала һәм ярҙамға ашыға. Дөрләп торған уттан ҡурҡмайынса, уҡыусылар Рәзинә апайҙың әйберҙәрен ташый, һыу килтерә, хатта өй башына менеп китәләр. Был бәләлә батырлыҡ күрһәткән уҡыусыларҙың исемен әйткем килә. Ғаян Харисов, Таһир Зиннуров, Дим Әбүбәкеров, Ғаяз Камалетдинов, Юнир Вәлиев, Айҙар менән Айнур Ғариповтар, Дамир Фазлетдинов, Иҙел Нәбиуллин, Роман Пешков, Регина Нәжметдинова ҙур ярҙам күрһәтте.
Берҙәм һәм дәррәү булған өсөн Рәзинә апайҙың байтаҡ әйберен ҡотҡарҙыҡ, күршеләрен уттан ҡурсалай алдыҡ. Ураҙ лицейында ошондай батыр, кешелекле уҡыусылар булыуы менән ғорурланам.
Редакциянан. Хөрмәтле гәзит уҡыусылар! Ата-әсә, уҡытыусыларҙың һорауы буйынса "Изге эшем" конкурсының ваҡыты оҙонайтыла. Ул киләһе йылдың 1 июненә ҡәҙәр барасаҡ. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: ихлас күңелдән башҡарылған яҡшы эше, киләсәккә хыялдары хаҡында яҙылған ижад эштәре араһынан иң уңышлылар һайлап алынып, тәүге өс урын билдәләнәсәк. Еңеүселәрҙе ҡиммәтле бүләктәр көтә. Төп приз — нетбук. Көсөгөҙҙө һынарға ашығығыҙ, дуҫтар!