Үҙемде йөк атылай тоям28.12.2013
Үҙемде йөк атылай тоямБыл донъяла һәр беребеҙ үҙенә уй-ниәттәр ҡуйған, уны тормошҡа ашырыу тәңгәлендә ең һыҙғанған. Иҙелбәк урта мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы Гөлназ Тоҡомбәтова ла аныҡ маҡсаттар менән йәшәй. Уның һөйләгәндәрен аҡ ҡағыҙға теркәнек.

– Водитель танытмам бар, "ҡорос ат"ым ярҙамында күп эштәрҙе тиҙ арала бойомға ашыра һалам. Заманаһы шулай. Тыуған ауылым Башҡорт Бармағына йәки әллә ҡайҙа ятҡан район үҙәге Иҫәнғолға йәһәт кенә барып ҡайтыуым — шуға асыҡ миҫал.
Әйткәндәй, бигерәк тә һуңғы йылдарҙа үҙемде йөк атылай тоя башланым. Ни өсөнмө? Беренсенән, Илнур һәм Марсель улдарымды уҡытыу – мөҡәддәс бурыстарымдың береһе. Өлкәне нефть колледжында белем эстәй, уны ҡаршы алыу йәки юлға әҙерләү минең иңемдә. II класта уҡыған бәләкәсем айырыуса иғтибар талап итә.
Икенсенән, төп эшем – мәктәптә. Башҡорт дәүләт университетының Сибай филиалын тамамланым. Кескәйҙәр күңеленә әленән үк белем һәм тәрбиә төшөнсәләрен тәфсирләп һалмаһаң, аҙаҡтан һуң булыуы бар, үкенерһең дә. Башланғыс кластар уҡытыусыһы үҙенә күрә йорттоң нигеҙен ҡороусы кеүек. Ә өйҙөң ныҡлығы уларҙың тырыш хеҙмәтенә туранан-тура бәйләнгән. Мәктәптә башланғыс кластар уҡытыусыларының методик берекмәһен етәкләйем.
Өсөнсөнән, аспирантураға индем. "Ауыл мәктәбе уҡыусыһынан тормошҡа һәләтле шәхес үҫтереү" тигән теманы һайланым. Ғилми етәксем Әлфис Суфийән улы ла уҡыуҙың бер ҡасан да һуң түгеллеген ҡабатлап ҡына тора, уның менән тулыһынса килешәм.
Бынан тыш йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашам. Мәҫәлән, күптән түгел һайлауҙы матур итеп үткәреп ебәрҙек. Ошоларҙан сығып, кем мине йөк аты тип әйтмәһен!..


Вернуться назад