Һүҙ — йыл хужаларына28.12.2013
Һүҙ — йыл хужаларынаГәзитебеҙҙең даими авторы, Йәрмәкәй районының "Йәрмәкәй яңылыҡтары" гәзите журналисы Әнүәр Сөләймәнов Йылҡы йылының бары уңыш һәм һөйөнөс кенә килтерәсәгенә ныҡ ышана. Һүҙ — ҡәләмдәшкә.

Баш тулы изге уй

Йондоҙнамә, әйтерһең дә, минең өсөн генә яҙылған, холоҡ-фиғелем дә, эшмәкәрлегем дә тап килеп тора. Йылҡы йылында тыуғаныма бик ҡәнәғәтмен, сөнки ул һәр саҡ бәрәкәтле, һөҙөмтәле була. Мәҫәлән, 2002 йылда (шулай уҡ Йылҡы йылы) тәүге китабым — "Бергәләп матурлайыҡ был донъяны" — баҫылып сыҡты, өҫтәүенә Динис Бүләков исемендәге әҙәби премияға лайыҡ булдым.
Тамамланып килгән Йылан йылының башынан уҡ мине уңыштар оҙата барҙы. "Башҡортостан" гәзите лауреаты булыу, республиканың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығының II дәрәжә дипломы менән бүләкләнеү айҙар дауамында илһамланып эшләргә этәргес бирҙе. Рәхмәт! Форсаттан файҙаланып, "Башҡортостан" гәзите редакцияһының бөтә хеҙмәткәрҙәрен Яңы йыл менән ихлас ҡотлайым, һәр минутығыҙ именлектә, шатлыҡта үтһен. Йылҡы йылында бергәләп егелеп эшләргә яҙһын.
Уй-пландар етерлек. Ауыл ерендә ат кеүек егелеп эшләгән ҡатыным Роза менән юбилейҙарыбыҙҙы үткәрергә йыйынабыҙ. Ижадҡа килгәндә, "Тыуған тупраҡ йылыһы" исемле китабымды тамамларға торам. Күңелдә, әлбиттә, изге, илһамлы уйҙар тулыша. Уларҙы һеҙ — дуҫтар менән бергәләп тормошҡа ашырырға яҙһын!


Вернуться назад