Әсәләргә күберәк түләйәсәктәр10.01.2012
Быйыл бала тыуғанда бер тапҡыр түләнә торған пособие күләме һиҙелерлек артасаҡ һәм 14 266 һум тәшкил итәсәк.
Социаль страховка фондының Башҡортостан буйынса төбәк бүлексәһендә хәбәр итеүҙәренсә, йәш ярымғаса баланы тәрбиәләү буйынса айлыҡ пособие ла артасаҡ. Беренсе баланы ҡарау буйынса — 2 674 һум 90 тин, икенсе һәм унан һуңғыларына 5 349 һум 79 тин түләнәсәк. Йөклөлөктөң иртә срогында ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһына иҫәпкә баҫҡан буласаҡ әсәләргә бер тапҡыр түләнә торған пособие ла индексацияланған, күләме 534 һум 98 тин буласаҡ.


Вернуться назад