Яңы йылдың сағыу биҙәге28.12.2013
Яңы йылдың сағыу биҙәгеЯңы йыл Сибай ҡалаһында йәшәүселәрҙең хәтерендә оҙаҡ һаҡланыр, моғайын, сөнки быйыл улар байрам биҙәге итеп питомникта үҫтерелгән ылыҫлы ағастарҙы һайлай. Көньяҡ-көнсығышта тәүгеләрҙән булып эш башлаған был питомникта ябай һәм күк шыршыларҙан тыш, себер эрбете, имән, саған үҫентеләре лә бар.

Шуныһы иғтибарға лайыҡ: айырым һауытта махсус тупраҡҡа ултыртылған үҫентеләрҙе өй шарттарында ла, тышта ла үҫтереп була. Һыуыҡ ҡыш айҙарында ағас йортто йәмләп торһа, иртә яҙҙан уны баҡсаға күсерәләр. Уларҙы халыҡҡа тәҡдим иткән Тәлғәт Рәхмәтуллинға мөрәжәғәт итеп, сауҙа эштәре менән ҡыҙыҡһынам. Тәлғәт Сабир улы әйтеүенсә, яңы төр шыршыларҙы сибайҙар яратып ала. Бигерәк тә бүләккә һайлаусылар күп, ти. Хәйер, бүләктең дә ниндәйе бит әле! Ғүмер буйы ошо йылды хәтерләтеүсе иҫтәлек. Бер төн өсөн меңдәрсә төп шыршыны ҡырҡып, уларҙы аҙаҡ урамға сығарып ташлағансы, тап ошондай ысул отошло ла, файҙалы ла түгелме һуң?!
Хаҡтары бер аҙ тешләшә, әммә Яңы йыл байрамы бүләгенә тап-таман, ти һатып алыусылар. Мәҫәлән, аҡ шыршы 750 һум торһа, ябай шыршыны 550 – 600-гә алырға мөмкин. Киләсәктә питомникта шулай уҡ еләк-емеш ағастарын, декоратив үҫентеләрҙе лә ултыртыу күҙаллана.

ҺҮРӘТТӘ: Тәлғәт Рәхмәтуллин ылыҫлы үҫемлектәре менән.


Вернуться назад