300 хат килде.Еңеүселәр кем?28.12.2013
Йыл буйы барған "Башҡортостан — ғәзиз ерем" конкурсына ла йомғаҡ яһарға ваҡыт етте. Гәзит уҡыусылар редакцияға экология мәсьәләләренә ҡағылған темаларҙы күтәргән 300-ҙән ашыу хат ебәрҙе. Шуларҙың иң-иңдәре генә гәзиттә донъя күрҙе. Конкурста мәктәп уҡыусыларының әүҙем ҡатнашыуы айырыуса ҡыуандырҙы. Түбәндәге авторҙарыбыҙ еңеүсе исеменә лайыҡ булды:
Очерк жанрында — яҙыусы, публицист Сөләймән Бәҙретдинов "Урман — йәшәү сығанағы" (22 ноябрь), "Урман башҡорттоң донъяһымы?" (25, 28 декабрь) тип аталған очерктары өсөн;
мәҡәлә жанрында — Мәләүез районынан даими авторыбыҙ Фирүзә Арыҫланова "Аллаһ" һүҙе яҙылған тауға теймәйек" (25 декабрь) мәҡәләһе өсөн;
"Йәшәйеш — ул үҙе бер миҙгел" фотоһүрәттәр конкурсында — Стәрлетамаҡ ҡалаһынан Лиза Сәлимова. Уның ижади эштәре менән гәзиттең сайтында танышырға мөмкин;
мәктәп уҡыусылары араһында — Балтас районының 1-се Иҫке Балтас мәктәбе уҡыусыһы Тамара Гуськова "Көтәбеҙ һине, һандуғас!"(25 декабрь) мәҡәләһе өсөн.
Дипломдар һәм бүләктәр 2014 йылдың 10 ғинуарынан һуң редакцияла тапшырыласаҡ. Белешмәләр өсөн телефон: 8 (347) 272-35-20.