Беҙҙе ниндәй үҙгәрештәр көтә?28.12.2013
Машиналар ҡиммәтләнер, моғайын

Белгестәрҙең әйтеүенсә, яңы йылда Рәсәйҙә йыйылған машиналарҙың утыҙға яҡын төрөнә хаҡ артасаҡ.
"ГАЗель" һәм йөк автомобилдәренең хаҡы 15 проценттан да күберәккә үҫеүе күҙәтелә. Быны илдең Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына инеүе менән бәйләйҙәр. Ғинуар башынан автомобиль етештереүселәр утилләштереү өсөн түләй башлаясаҡ. Бөтә донъя сауҙа ойошмаһы талаптарының береһе был.
Әле федераль бюджетҡа утилләштереүҙән йыл һайын 54 миллиард һум аҡса инә. Рәсәй етештереүселәре лә түләй башлаһа, был һандың йылына 148,5 миллиард һумға етеүе ихтимал.
Сәбәптәрҙең икенсеһе — 1 ғинуарҙан халыҡты автомобиль һатып алыу өсөн ташламалы кредит менән тәьмин итеүҙе туҡтатыу. Программа ошо йылдың 1 июленән ғәмәлгә ашырыла башлаған, әммә еңел автомобилдәр һатыуҙың артыуы күҙәтелмәгән. 2013 йылдың ун айында 2,3 миллион кеше “тимер ат”лы булған. Был үткән йыл менән сағыштырғанда ете процентҡа кәмерәк.
Илдең иң ҙур автомобиль етештереүселәренән "АвтоВАЗ" да быйыл 12,3 процентҡа аҙыраҡ "тимер ат" һатҡан.

Эсеүҙе ташлайыҡ, яңыса йәшәй башлайыҡ

1 ғинуарҙан сауҙа кәштәләрендә ярты литрлы иң арзан араҡы 199 һум торасаҡ (хәҙергенән 20 һумға ҡыйбатыраҡ). Ә августан уның хаҡы 220 һумға тиклем күтәреләсәк.
Киләһе йылда шулай уҡ коньяк менән брендиға ла хаҡтың артыуы көтөлә. Бер шешә араҡының уртаса хаҡы 350 һум буласаҡ. Белгестәрҙең әйтеүенсә, 2013 йылдың ун айлыҡ йомғаҡтары буйынса араҡы етештереү илдә 19,5 процентҡа кәмегән. Әммә был халыҡтың шунса процентҡа аҙыраҡ эсеүен аңлатмай, сөнки рәсми рөхсәте булмаған иҫерткес эсемлек күпләп һатыла.
Араҡы эсеү буйынса Рәсәй элеккесә донъяла алдынғылар рәтендә. Һәр кешегә, ҡарттарҙы һәм сабыйҙарҙы ла индереп, йылына 12,5 литр иҫерткес эсемлек тура килә. "Һаулыҡ" милли проектында 2020 йылға илдә алкоголь ҡулланыуҙы 55 процентҡа кәметеү ҡаралған. Бөтә ресурстарҙы ла эшкә ҡушҡанда, был бурысты тормошҡа ашырып була, тип иҫәпләй эксперттар. Мәҫәлән, эсемлектәргә хаҡты күтәреүҙән тыш, лицензия биреүҙе контролләү, араҡы һатыу нөктәләрен кәметеү, йәмәғәт урындарында һыра эсеүселәргә язаны ҡатыландырыу. Алкоголгә акциздарҙан ғына ла ҡаҙна 250 миллиард һумға байый. Ә эскелеккә ҡаршы көрәш сараларына бүленгән аҡса бик аҙ. Тимәк, әлегә иҫәп — эсеүселәр файҙаһына.

Йәшәйек әле, күҙ күрер

Тәмәке тартыусыларға быйыл көн бөттө. Илдә сама менән халыҡтың 40 процентының көйрәтеүен иҫәпкә алһаң, ниндәй ҙур "армия"ға ҡаршы көрәш башланыуын аңларға була.
Ошо йылдың 1 июненән тәмәке тартыуҙы сикләү тураһындағы закондың ғәмәлгә инеүе күнегелгән ғәҙәттәрҙән арынырға мәжбүр итә. Хәҙер инде йәмәғәт урындарында, офистарҙа тартыу ҡәтғи тыйыла. Ә 15 ноябрҙән тәмәке тартыуға ҡаршы закон эшләй башланы. Эш урындарында, мәғариф, мәҙәниәт, спорт, һаулыҡ һаҡлау учреждениелары эргәһендә, вокзал, аэропорт, йорт подъездарында тәмәке көйрәтеүселәр тотола ҡалһа, улар 500—1500 һум күләмендә штраф түләйәсәк. Өҫтәүенә тартыу тыйылған урындар исемлеге артабан ҙураясаҡ ҡына.
2014 йылдың 1 июненән ресторан, бар, дөйөм ятаҡ, ҡунаҡхана һәм поездарҙа ла тәмәке тартыу тыйыласаҡ, хатта перронда электричка көткәндә лә ир-ат төтөн һура алмаясаҡ.
Үҫмерҙәргә сигарет һатыусы, законды һанға һуҡмаусы сауҙа итеүселәрҙе лә ҙур штраф көтә. Вазифаһы артҡан һайын штраф күләме лә күбәйә. Ә ойошмаларға 100-150 мең һумға тиклем һалыныуы ихтимал. Балалар майҙансығында закон боҙоусылар тотолһа, кеҫәһенән 2-3 мең һумды сығарып һаласаҡ. Үҫмерҙәрҙе төтөн һурырға өйрәтеүселәр ҙә язаһыҙ ҡалмаясаҡ, штраф күләме — 1-2 мең һум.
Тәмәке тартыу күренештәре менән мауыҡҡан кинофильм төшөрөүселәргә лә яза ҡаты буласаҡ. Вазифа биләүселәр законды боҙһа, уларҙы — 20-25 мең, ә юридик ойошмаларҙы 100 — 200 мең һум күләмендә штраф көтә.
Ғәмәлдә закон нисек үтәлер, тәртип боҙоусыларҙы намыҫҡа саҡырып, насар ғәҙәттән арындырып булырмы — уныһын әйтеүе ҡыйын. Йәшәйек әле, күҙ күрер.

Милләтең ниндәй, балаң нисәү?

Киләһе йылдан ЗАГС эшмәкәрлегендә лә үҙгәрештәр көтөлә. Кешенең тыуыуын, никахын теркәгәндә, шулай уҡ айырылышҡанда, сабыйҙарҙы уллыҡҡа алғанда, исем алмаштырғанда, үлем тураһында таныҡлыҡ бирелгәндә өҫтәмә мәғлүмәт һораясаҡтар.
Яңы тәртип буйынса, никахты теркәгәндә йәки айырылышҡанда дәүләт актына кешенең белеме, ғаилә хәле, бәлиғ булмаған уртаҡ балаларының һаны һәм милләте яҙылырға тейеш. 2014 йылдың 1 апреленән бланктар яңыса тултырыласаҡ.
ЗАГС-тар үҙ сиратында “Росстат”ҡа никахлашҡан һәм айырылышҡан парҙарҙың милләте тураһында мәғлүмәтте биреп торорға бурыслы. Быны ҡатнаш никахтарҙың һанын белеү өсөн уңайлы тип аңлаталар. Яңы мәғлүмәттәр киләсәктә Рәсәйҙә ғаиләләрҙең составы нисек үҙгәрергә мөмкинлеген фаразларға булышасаҡ. Ғаилә сәйәсәтен ниндәй йүнәлештә алып барыу кәрәклеген дә ошо мәғлүмәттәргә таянып ҡормаҡсылар. 2013 йылдың 31 декабренә тиклем һәр кем яңы фарман тураһындағы теләктәрен Рәсәй Юстиция министрлығының Интернет-сайтында белдерә ала.


Вернуться назад