Һүҙ – йыл хужаларына28.12.2013
Һүҙ – йыл хужаларынаРоза РӘСЕМБӘТОВА, Хәйбулла районы хакимиәтенең аналитика һәм мәғлүмәт бүлеге баш белгесе:

“Ат тоғролоғо теләйем”
– Йылҡы йылының Уҡсы йондоҙлоғонда тыуғанмын. Таныштарым, шаяртып, “настоящий Кентавр” тип тә йөрөтә. Башҡорт аты кеүек сабыр, талымһыҙ булмаһам да, ҡайһы саҡ үҙемде йөк аты тип хис итәм. Ә бына йыл хужаһын әүҙем тип атауҙары менән тулыһынса ризамын. Миңә ошо сифаттар хас: һәр ерҙә әйҙәүсе, ойоштороусы булараҡ күп йөрөргә, бер юлы бер нисә эште алып барырға тура килә. Бала саҡта йылҡы малын яратып, уға хатта ултырып ҡарағаным булды. Әле “тимер ат”ты йүгәнләйем, ни тиһәң дә, заманы шулайыраҡ бит.
Үҙем һәр саҡ дөрөҫлөк, ғәҙеллек яҡлы, алдаҡсыларҙы яратмайым, тура һүҙле, тоғро, һүҙендә тора белгән кешеләрҙе хөрмәт итәм. Уҡсы булараҡ, алдыма ҡуйған маҡсатымды ныҡышмалы рәүештә, эҙмә-эҙлекле тормошҡа ашырырға ынтылам, йәшәү мәғәнәһен дә шунда күрәм.
Йылан йылы ыңғай ваҡиғаларға бай булды. Ирем Рәфис менән йорт тирәһендәге төҙөлөштө матур итеп атҡарып сыҡтыҡ. Эшемә килгәндә, район кимәлендә ҙур әһәмиәткә эйә булған күп кенә проекттарҙы ойоштороуҙа туранан-тура ҡатнаштым. Өс ҡыҙым – өс йондоҙом һәр береһе үҙенсә балҡып, беҙҙе ҡыуандырып тора. Оло ҡыҙыбыҙ Диләгә Рәсәй Президенты шыршыһына барыу бәхете йылмайҙы.
Үҙемдең йылым да тормошомда хәтерҙә ҡалырлыҡ матур ваҡиғаларға бай булыр, тип өмөтләнәм. Байрам табынында ғаиләмде тултырылған ҡаҙ һәм буҙа менән һыйлаясаҡмын. Яңы йылда кешеләргә йән, тән сәләмәтлеге, рухи үҫеш, камиллыҡ, иң мөһиме – ат тоғролоғо теләйем.


Вернуться назад