Теҙгенгә көс етерме?28.12.2013
Шыуышып ҡына Йылан йылы ла үтте. Үҙ уйҙарыма сумып китеп бара инем, кинәт ҡолағыма йылан ыҫылдағаны ишетелгәндәй булды:
– Диплом!
– Мандат!
– Йөҙ мең!
– Хакимиәт башлығы креслоһы!
Бәй, әллә баҙарға килеп юлыҡтым инде! Кәштәләге муллыҡтан күҙҙәр ҡамаша, нәфсе шаша, уй-хистәр ҡотора. Эйе, шарт-шорт сауҙа бара. Ниндәй вазифаны биләргә теләйһең? Кеҫәң генә ҡалын булһын! Айн-момент! Һораусылар ҙа етерлек. Улары булғас, тәҡдим итеүселәр ҙә өлтөрәп йөрөй. Юҡ-юҡ, был алыш-биреш йән аҫрарлыҡ сепрәк-сапраҡ һатҡан баҙарҙа түгел. Ә тотош илдә коррупция тигән сауҙа бара. Күптән түгел донъя баҫҡысында биләгән урыныбыҙ ҙа мәғлүм булды. Аллаға шөкөр, башҡалар алдында йөҙ ҡыҙартырлыҡ түгел – коррупция буйынса 127-се урынға шыуышҡанбыҙ.
Башҡортостан да мах бирмәй. Ришүәт алыу йәҙәтенән илдә өсөнсө урынды биләйбеҙ. Саҡ ҡына еңде һыҙғанһаҡ, бәлки, беренсегә лә сығыуыбыҙ бар. Айырыуса һаулыҡ һаҡлау, мәғариф өлкәһендә, ер майҙаны бүлеү, дәүләт һәм муниципаль заказдарҙы үтәү йәһәтенән эштәр шәп бара. Ауыл хужалығы министрлығының ауыл биләмәләре үҫеше бүлегенең әүәлге начальнигы Рәлиф Шакировҡа миллион ярым ришүәт алғаны өсөн 120 миллион һум күләмендә “премия” сәпәгәндәр. Сауҙа һәм ҡулланыусыларҙың хоҡуғын яҡлау буйынса дәүләт комитетының элекке хеҙмәткәре Д. Новиковты 28 миллион ҙум штраф менән “баһалағандар”. Ләкин был сумманы түләргә ҡабаланмаған әфәндегә хәҙер ете йыл төрмәлә закондарҙы өйрәнергә тура киләсәк. Бәләбәй полиция бүлегенең юл хәрәкәте инспекторына ла 5 мең һум ришүәт алғаны өсөн 350 мең күләмендә һум штраф һалына. Әммә ул да ашыҡмай. Уның ҡарауы, хәһер өс йыл ярым тимер рәшәткәле йортта “ял итәсәк”.
Күп кенә етәкселәр үҙҙәренең табышын дөрөҫ күрһәтмәй, ҡайһы бер дәүләт хеҙмәткәрҙәре рәхәтләнеп коммерция ойошмаларында кәсеп итә.
Йылан йылында йылан кеүек ыҫылдашып ҡына аңлашҡан 133 ришүәтсе-етәксе хөкөмгә тарттырылған. Эске эштәр министрлығының Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге идаралығы начальнигы урынбаҫары Г. Уйылданов, Юстиция министрлығының бүлек начальнигы А. Шадрин, Өфө коммерция һәм хоҡуҡ институты ректоры И. Әхмәтов, Дәүләт хеҙмәте инспекцияһы инспекторы М. Ахунйәнов, Балаҡатай районы Эске эштәр бүлеге начальнигы В. Миңлейәров, Бишбүләк районының ЗАГС бүлеге начальнигы Е. Харрасоваға Йылан йылындағы ағыулы эштәренә ҡарата хөкөм ҡарары сығарылған.
Өфө районы хакимиәтенең вазифалы кешеләре кинәнеп ер биләмәләрен өләшә. Әлбиттә, буштың атаһы үлгән. Бөтәһе 1 мең 333 участканы көйһөҙ бушҡа шыуыштырғандар. Һөҙөмтәлә ҡаҙнаға 568 миллион һумлыҡ зыян килгән. Былтыр Башҡортостан Прокуратураһы бөтәһе туғыҙ мең самаһы коррупция осрағын фаш иткән, өс меңләп кеше дисциплинар яуаплылыҡҡа тарттырылған, 123 енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Ришүәтселек, колорадо ҡорто кеүек, бөтә ерҙе ялмап алған. Яҙ Өфө урамында бер танышымды осратып, хәл-әхүәлен һорашҡас:
– Эй, Өлгөрбай ағай кредит юллап йөрөйөм бит әле, – тине.
– Ҡапылда ул сама аҡса нимәгә хәжәт булды һуң?
– Улым мәктәпте тамамлай, 150 мең һум кәрәк ине.
– Сығарылыш кисәһенә ул тиклем аҡса китмәйҙер бит?
– Юҡ та, БДИ-ны бирер өсөн…
– Берҙәм дәүләт имтиханы – 150мең?
Мөһим эш менән йөрөгән танышым миңә, әллә бер ҡатлыһың инде, тигәндәй сәйерһенеп ҡарап, тытылдығын сыҡты:
– Уның нимәһенә аптырайһың?! Хәҙер бөтәһе лә шулай итә. Балаңдың яҙмышын уйлаһаң, аҡсаһына ҡарап тормайһың инде. Алдан сабыуламаһаң, аттестаттан да ҡолаҡ ҡағыуың бар. Унан гыпытыуға ла яҡын юлатмаҫтар. Хәҙерге заманда аҡсамы ни ул! Түләп уҡыта башлаһаң, унан да күберәк сығып китә. Министрлыҡтағы кешеләр менән һөйләшкәнмен инде.
– Улығыҙ ҡайҙа барырға уйлай һуң?
– Медуниверситетҡа, хирург булам, ти.
Танышымдың һүҙҙәренән күҙем маңлайыма менде.
– Медҡа тиһеңме ул? – тип ҡабатлап һорағанымды һиҙмәй ҙә ҡалдым. Теге ваҡыт малайының уҡыуҙы бар тип белмәүенә зарланғайны, хатта ниндәйҙер фәндән сиреккә “икеле” сыҡҡан, имеш.
– Эйе, үҙем дә хирург булһын тип кенә торам. Ниңә, хәҙерге заманда бигерәк йәтеш һөнәр бит ул. Исмаһам, йылы бүлмәлә ултырыр. Ә аҡсаһы һуң! Һыпырылып килә, тиҙәр. Хәҙер операция эшләгән өсөн яман күп түләйҙәр, ти.
Күптән түгел теге танышымды йәнә күрҙем, улының хәле менән ҡыҙыҡһындым.
– Мәскәүҙә уҡый, – тип яуапланы фырт ҡына.
Сираттағы командировкала элек район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарған бер уҙаманды осраттым. Һүҙ артынан һүҙ сығып, уның кинәт кенә китеп барыуы менән ҡыҙыҡһындым. Эше лә һәйбәт кенә барған кеүек ине.
– Яуаплы ғына урын биләгән Н., һине бында мин тәҡдим иттем, тип әжеренә 300 мең һум аҡса таптырҙы. Ә мин баш тарттым. Бына шул ғына.
Бындай миҫалды күп килтерергә булыр ине.
Уйҙарымды йәнә күптәнге дуҫым бүлде.
– Сәләм, Өлгөрбай ағай! Яңы йыл менән! – Дуҫымдың үҙен дә байрам менән ҡотланым. Унан күптән түгел Рәсәй Президенты ауыҙынан ишеткән яңылыҡты еткерҙем.
– Йылҡы йылында Президент Владимир Путин ришүәтселекте ауыҙлыҡламаҡсы бит әле. Коррупцияға ҡаршы көрәш мәсьәләләре буйынса идаралыҡ ойоштороу буйынса указға ҡул ҡуйҙы.
– Һы-ы! – Дуҫым аптырағандай итте. – Һин дә шуға ҡыуанып йөрөйһөң инде.
– Ни өсөн шатланмаҫҡа? Исмаһам, әҙерәк тәртип булыр. Әтеү тыуғандан алып шул ришүәтселек оҙата бара бит. Халыҡ әҙерәк тын алып ҡалыр.
– Һин нимә коррупцияны ғәйепләргә маташаһың? – ти миңә дуҫым күҙен дә йоммай. – Харап шәп нәмә бит ул. Бер ҡараһаң, әлдә генә шул ришүәтселек бар әле. Ул бит борондан ҡалған изге йола. Әүәл-әүәлдән атай-олатайҙарыбыҙ батшаларға һалым, яһаҡ түләгәнме – түләгән. Ул бит һинән өҫтөнөрәк кешене хөрмәт итеү тигән һүҙ. Коррупция булмаһа, аҡылы сикләнгән балалар юғары уҡыу йортона инә алмай наҙан ҡалһынмы ни! Ағыу сәскән, сифатһыҙ тауар етештергән әллә күпме предприятиеларҙы тикшереүселәр күптән ябып бөтөр ине. Былай кеҫәләренә мул ғына аҡса төртһәң, өндәре тығыла. Беҙ йыл буйы эшләп күрмәгән хеҙмәт хаҡын айында алһалар ҙа, уларға ла аҡса кәрәк. Ул заводтар ябылып бөтһә, ишшеү ҙә ҡурҡынысыраҡ булыр. Эшһеҙҙәр мыжғып, беҙгә ҡурҡыныс тыуҙырып йөрөр ине. Ярай әле, коррупция бар. Теге ваҡыт ҡатынымды үлем хәлендә дауаханаға алып барҙым. Хоҙайым, урын юҡ, иртәгә килерһегеҙ, тиҙәр. Ҙурыраҡ кеше менән һөйләшеп, әҙерәк аҡса төрткәйнем, карауаты ла табылды, йүгерешеп йөрөйҙәр. “Тағы ла килегеҙ”, – тип йылмайып оҙатып ҡалдылар ҡайтҡанда. Ул ейәндәрем өсөн ҡыуанып бөтә алмайым, балалар баҡсаһына сират тигән нәмәне белмәнеләр. Ана, күршенең берҙән-бер ҡыҙы сиратын көтөп еткерә алмай мәктәпкә барҙы. Әллә күпме егеттәр әрмегә китеп, ата-әсәһен зар илатыр ине. Әлдә генә шул нәмә бар әле. Ә һин ҡыуанып йөрөйһөң! Кит, әҙерәк уңайһыҙланыр инең! Йә, ярай, хуш! – Танышым һаубуллашып, ике аҙым атларға өлгөрмәне, әй, онотоп торам, тип йәнә һүҙ башланы.
– Элекке оборона министры Анатолий Сердюков бар бит әле, бахырҙы эшенән сығарып, йөҙөнә ҡара яҡтылар. Имеш, теге лә был, дәүләт аҡсаһын тәк зерәгә туҙҙырған. Хәҙер ана хаталарын аңланылар, уны аҡларға кәрәк, тип зыҡ ҡубалар. Дөрөҫ, ул бит халыҡ өсөн тырышҡан. Ул сама аҡсаны ҡайһы еренә тотонһон ул.
… Кешнәп, ярһып Йылҡы йылы килә. Махсус ойошма төҙөп кенә коррупция тигән бәйһеҙ арғымаҡты ауыҙлыҡлай алырбыҙмы? Теҙгенгә көс етерме? Бәхәстәр ҙә, һорауҙар ҙа бихисап.