Түбәндәге авторҙарыбыҙ һәм ижади хеҙмәткәрҙәр “Башҡортостан” гәзитенең
2013 йылғы лауреаттары тип билдәләнде:
МӘЖИТОВ Нияз Абдулхаҡ улы, Башҡортостандың Фәндәр академияһы академигы, Башҡорт дәүләт университеты профессоры, тарих фәндәре докторы – «Яйыҡтар — халҡыбыҙҙың иң боронғо ҡәүеме» (гәзиттең 5, 9, 10, 13, 16 июль һандарында баҫылды) тигән дауамлы тарихи-публицистик яҙмалары өсөн;
НИҒМӘТУЛЛИН Нурмөхәмәт Мәғәфүр улы, Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесе мөфтөй – «Йома вәғәзе» рубрикаһын даими алып барғаны өсөн;
КАМАЛОВ Ринат Әлтәф улы, яҙыусы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостан «Китап» нәшриәтенең әҙәбиәт бүлеге хеҙмәткәре — «Тел тейҙерә күрмә теленә» (11 сентябрь), «Үҙенә һәйкәл ҡойҙо» (2 октябрь), «Һөйкөмлө кешенең тоғролоғо» (22 октябрь), «Афарин, башҡорт театры!» (14 декабрь) тигән әҙәби-публицистик мәҡәләләре өсөн;
ҠОТЛОГИЛДИНА Зөһрә Сәлимйән ҡыҙы, шағирә, «Йәншишмә» гәзитенең әҙәбиәт һәм сәнғәт бүлеге хәбәрсеһе – «Журналист хаҡлы ялға китмәй» (2 ноябрь), «Бохараға бараһыңмы?» (9 ноябрь), «Ҡытай малайы өләсәй таптыра» (20 ноябрь), «Ғүмер китабы дауам итә» (7 декабрь), «Фатирмы, музеймы?» (10 декабрь), «Ер-һыуыбыҙ имен булһа, беҙ ҙә йәшәрбеҙ» (25 декабрь) һәм башҡа аналитик мәҡәләләре өсөн;
ИШМОРАТОВА Дилбәр Тәлғәт ҡыҙы, «Башҡортостан» гәзите редакцияһының мәғариф бүлеге мөдире вазифаһын башҡарыусы – «Көслө лә ул, бай ҙа, яғымлы ла…» (21 февраль), «Берҙәм көс менән тормошҡа ашырылыр ҡанун» (23 апрель), «Зар илайҙар ауыл ҡарттары» (29 июнь), «Ырғыҙлының ырыҫ хикмәте» (6 сентябрь) һәм башҡа көнүҙәк мәҡәләләре өсөн.