Концерт ҡарап, һәләт күрһәтеп...28.12.2013
Быйыл Кремль шыршыһында Башҡортостандан 100-ҙән ашыу бала ҡатнашты. Кисә улар сәфәрҙән әйләнеп ҡайтты.

Билдәле булыуынса, Кремль шыршыһына уҡыуҙа һынатмаған, спортта, ижад эшендә ҡаҙаныштарға өлгәшкән уҡыусылар, шулай уҡ социаль яҡтан аҙ тәьмин ителгәндәр, хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булғандарҙың балалары ебәрелә.
Республиканың Мәғариф министрлығында әйтеүҙәренсә, байрамға илдән ете мең тирәһе кеше килгән. Уҡыусылар баш ҡалала уҙғарылған төрлө тамашала ҡатнашҡан, концерт ҡараған. Кремль фойеһында Ҡыш бабай, Ҡарһылыу менән Яңы йыл спектакле ҡуйылған, дизайн студиялары, уйын майҙансыҡтары, оҫтаханалар эшләгән. Уларҙа Башҡортостан уҡыусылары ла үҙ һәләтен күрһәткән.


Вернуться назад