Льгота йәлме ни?..10.01.2012
Зыя Юлмөхәмәтовтың “Башҡортостан”дың былтырғы 17-се һанындағы “Ә тыл ветерандарын кем ҡайғыртыр?” тигән мәҡәләһе һәм гәзиттең 224-се һанында шул фекерҙе ҡеүәтләгән Булат ағай Аҡмановтың яҙғандары менән тулыһынса килешәм.
Мин — ул йылдарҙағы юҡлыҡ әсеһен үҙ иңемдә үткәргән быуын вәкилдәренең балаһы. Атайыбыҙ мәрхүм инде, әсәйебеҙ былтыр 70 йәшен билдәләне. Атайһыҙ үҫкән, етемлек әсеһе үҙәгенә үткән, үҙен белә-белгәндән ауыр эштә көсөн бөтөргән иң яҡын кешем бөгөн һыҙланыуға бик зарлана. Пенсияһы коммуналь хеҙмәттәргә, дарыуҙарға саҡ етә, ә шифаханала һауығыу тураһында хыялланмай ҙа. Бер ниндәй льгота ла юҡ. Бюджет өлкәһендә эшләп сыҡһа ла, пенсияһы минималь күләмдән саҡ ҡына артығыраҡ. Шуға күрә алдағы ғүмерендә әсәйем быуыны кешеләре лә тормоштоң рәхәтлектәрен бер аҙ татый алһындар ине тигән теләктәмен. Булат ағайҙың тәҡдимен мин дә ҡабатлайым: һуғыш ваҡытында эшләгән 1928 — 1933 йылғы тыл ветерандарын Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡандар менән тиңләштереп, 1931 — 1945 йылдарҙа тыуған һуғыш осоро балаларына льготалар булдырырға ине.
Аида ХӘЙРЕТДИНОВА.
Балтас районы.


Вернуться назад