Ах! Был тәбиғәт мөғжизәһенә һоҡланып туймаҫлыҡ: йылҡылдап торған тәне ҡояш нурына сағыла, һәр быуын-һеңере көс-ҡеүәт бөркә, ҡар сәсрәткән тояҡтар, юртҡанда ялпылдаған ял, юғары сөйөлгән баш, үткер ҡараш, ҡайсыланған ҡолаҡтар...
— Бына ниндәй бит ул беҙҙең Фургат! — ти ферма мөдире Вера Морозова. Уның тауышында эске ғорурлыҡ, ниндәйҙер кимәлдә тулҡынланыу ҙа һиҙелә ине. — Быйыл ғына алдыҡ. Киләсәктә ярышҡа әҙерләмәксебеҙ. бындай юртаҡ менән әллә нимәләр ҡыйратып була...
Фургат — инглиз тоҡомло айғыр. Туймазынан алғандар. Йәш әле: хәйлә белмәйенсә бар көсөнә юрта, эргә-тирәләге кешеләрҙе лә аңлап бөтмәй, бәй, нишләп мине оҙон арҡанда йүгертәләр әле тигән шикелле ҡарап ала ла тағы түңәрәк буйлап сабырға керешә. Ә арыраҡ — бер үк ваҡытта алынған урыҫ ауыр йөк тартыусы тоҡомло "Свояк" кәртәгә һыймай үрһәләнә. Уның да сыҡҡыһы, дала, тау һырттары буйлап ҡыштың әсе еле менән ярышҡыһы киләлер. Икеһе лә — тоҡом арттырыусы, ҡан алыштырыусы. Хужалыҡҡа табыш килтереүсе лә, тип өҫтәйек. "Восход" йәмғиәте отошло тармаҡты, йүнәлеште һайлаған икән, саф тоҡомло айғырҙарһыҙ булмай.
— Киләсәктә хужалыҡтарҙа башҡорт аттарын үрсетеүҙе күҙ уңында тотабыҙ, — ти район ауыл хужалығы идаралығының баш зоотехнигы Наил Ғәлимәрҙәнов. — Әлеге мәлдә ауыл хужалыҡтарында, халыҡта 2577 баш аҫрала. Малсылыҡ тармағында хәлдәр зарланырлыҡ түгел. Мал аҙығы етерлек әҙерләнде. Октябрь айынан ҡышлатыу башланды. Һөт етештереү былтырғы кимәлдән артты. Халыҡтан йыйыу ойошторолған, һуңғы йылдарҙа фермерҙар ҙа күбәйҙе. Ит, ҡымыҙ етештереү ҙә арта. Барлыҡ хужалыҡтарҙы алһаҡ, һан яғынан бер кимәлдә тотабыҙ. Айырыуса фермерҙарҙың йылҡы малын үрсетеүе ҡыуандыра...
Һүҙҙе аттарҙан башлағайныҡ. Был юҡҡа түгел — Йылҡы йылы алдынан Дәүләкән районында махсус рәүештә командировкала булдыҡ, сөнки районда ат тотоуға, ишәйтеүгә йүнәлтелгән бар республика программаһы үтәлә, урындағы ҡарарҙар ҡабул ителеп, ат аҫраусыларға дәртләндереү саралары күрелә. Бөгөн ғорурлыҡ менән 100 баштан артыҡ йылҡы тотҡан Артур Килмөхәмәтовты, Сания Ниғмәтуллинаны (75 баш), Әхиәр Әйүповты (61 баш), 20 центнерҙан ашыу ҡымыҙ етештереүсе Сабир Ғариповты, шулай уҡ Гүзәл Нурғәлиеваны, Рәйес Хөснөтдиновты, Рөстәм Сәлимгәрәевтәрҙе атап үтке килә. Кемде исемләмәй ҡалғанбыҙ, әлегә ғәфү итһендәр, йыл барышында барығыҙ ҙа аталыр, тырыштарҙың исеме ташҡа баҫылыр.
Әлеге "Восход" хужалығына әйләнеп ҡайтайыҡ. Алда әйткәнебеҙсә, быйыл ғына бында ике тоҡомло айғыр алғандар. Барлығы 84 баш ат иҫәпләнә. Шуларҙың 25-е — тиҙҙән ҡолонлаясаҡ бейәләр. Киләсәктә ҡымыҙ етештереүҙе лә маҡсат итеп ҡуйғандар.
— Аттар шул тиклем аҡыллы хайуан бит ул, һүҙ менән генә әйтеп, аңлатып булмай, — ти конюх Александр Таций. — Һөйләй китһәң, һәр береһенең үҙ ҡылыҡ-фиғеле бар. Шуныһы шатландыра: өйөрҙә Фургатты ла, Своякты ла тыныс ҡабул иттелер. Ә был ат ҡараусы өсөн бик мөһим.
Александр тәрбиәләнеүселәре тураһында ихлас, яратып һөйләй. Бар күңелен биреп эшенә мөкиббән киткән кеше ул. Тыуған еренең тарихы менән дә ҡыҙыҡһына икән. Киләсәге тураһында уйлай, йәштәрҙең ауылда ҡалыуына ҡыуана.
— Беҙҙең Поляковка тотош Башҡортостанды сағылдыра төҫлө. Бында поляк, урыҫ, ҡаҙаҡ, башҡорт, украиндар бергәләшеп йәшәйбеҙ. Электән дә бәләкәс-бәләкәс утар һымаҡ урынлашҡандар. Шөғөлдәр уртаҡ. Бигерәк тә бөтәһе лә ат ярата...
Шуның менән бары ла әйтелгән. Урындағы халыҡты тырышлыҡ, сәм берләштерә, йәшәтә. Шулай уҡ тыуған яғына, тәбиғәтенә һөйөү. Ә һуңғыһы иҫ киткес: Дим менән Өршәк йылғалары үҙәндәре, ҡылғанлы ҡалҡыулыҡтары ни тора! Ошо ерлектән — Асылыкүл буйынан — сыҡҡан бит эпостарҙағы Аҡбуҙат та. Бөгөн өйөр-өйөр йылҡылар илаһи матурлыҡҡа тағы ла йәм өҫтәй. Әйтерһең, оҫта рәссам мәлде тотоп ҡалып мәңгеләштергән...