Өлкәндәр ҙә мөғжизә көтә28.12.2013
Өлкәндәр ҙә  мөғжизә көтәҺәр кем яңы йылға өр-яңы өмөттәр бағлай. Кескәйҙәр генә түгел, хатта ололар ҙа унан ниндәйҙер мөғжизә көтә. Һәр йыл аҙағы – эшләнгәндәрҙе барлап, киләсәккә пландар ҡороу осоро ла. Кисә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республикабыҙҙың Социалистик Хеҙмәт Геройҙары һәм ветерандар менән осрашты. Сарала шулай уҡ Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова, республиканың хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова ҡатнашты.
– Байрам алдынан төрлө мәсьәләләр тураһында һөйләшеү, борсоған һорауҙарығыҙға яуап биреү өсөн йыйҙыҡ һеҙҙе. Бындай осрашыуҙарға йәштәрҙе лә саҡырғанда яҡшы булыр ине. Геройҙарҙы үҙ күҙҙәре менән күрерҙәр ине, – тине Рөстәм Зәки улы.
Һуғыш, хеҙмәт, Ҡораллы Көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандарының республика советы рәйесе Марат Муллағәләмов Президент менән осрашыуҙарҙың матур йолаға әүерелеүе, оло быуын вәкилдәренә күрһәтелгән хөрмәттең ҡыуаныслы хәл икәнлеге тураһында һөйләне, бындай иғтибар өсөн республика етәкселегенә рәхмәтен белдерҙе.
Социалистик Хеҙмәт Геройҙары һәм ветерандары республикабыҙҙың төрлө ҡалаларынан һәм райондарынан килгәйне. Көйөргәҙе районынан Шәүәли Вахитов, Белорет районынан Гәйсәр Аҫылхужин, Мәләүездән Сәлих Зәйнәғәбдинов һәм башҡалар Президентҡа үҙҙәрен борсоған һорауҙарын биреп, яуап алды.
Осрашыуға килгәндәрҙең һәр береһенең хеҙмәт һәм тормош юлы һәммәбеҙ, бигерәк тә йәштәр өсөн ҙур үрнәк, фәһем булырлыҡ. Уларҙың сафы ғына һирәгәйә күрмәһен.


Вернуться назад