Яңы йыл табынына һәр хужабикә иң тәмле һәм үҙенсәлекле аҙыҡ әҙерләргә күнеккән. Йола буйынса эшләнгән салаттарҙан һәм ҡаҙ итенән тыш та күп нәмә бешерергә була. Бөгөн тик һеҙҙең өсөн генә байрам табынына “тәмле” рецепттар тәҡдим итәбеҙ.
Әфлисун эсендә емеш-еләк
Эре әфлисундарҙы йыуырға, бешекләргә һәм киптерергә. Бәләкәй үткер бысаҡ менән уларҙан кәрзиндәр яһарға, эсен алырға. Ҡауын, ҡарбуз һәм әфлисундың “ит”ен шаҡмаҡлап турарға, виноградты тотошлай һалырға һәм барыһын бергә бутарға, кәрзиндәргә тултырырға. Салаттың өҫтөнә ликер йәки коньяк ҡушылған емеш-еләк һуты ҡойорға, шәкәр онтағы менән туҡылған һөт өҫтө, еләк һәм бөтнөк япраҡтары менән биҙәргә. Салат һалынған кәрзиндәрҙе табынға һыуытып, һай быяла креманкаларҙа бирергә.
Әфлисун йәки грейпфрут 1 дана,
ҡауын 20-25 г,
ҡарбуз 25-30 г,
һөйәкһеҙ виноград 20-25 г,
емеш-еләк һуты 10 г,
ликер йәки коньяк 5 г,
туҡылған һөт өҫтө 10-15 г,
еләк 5 г,
бөтнөк 1г.
“Өфө” тигән көршәк ашы
Әҙер итте өлөштәргә (4-5 киҫәк) бүлергә, тоҙ, борос һибергә, иретелгән майҙа ҡыҙҙырырға. Итте көршәктәргә һалырға, эҫе һурпа ҡойорға һәм ҡара емеш, фасоль, еңелсә ҡыҙҙырылған помидор, һуған, кишер һәм тәмләткестәр өҫтәргә. Барыһын бергә талғын утта әҙер булғансы быҡтырырға. Бешеп сығыр алдынан бал өҫтәргә, бутарға һәм ваҡлап туралған тәмләткес үләндәр һибеп табынға бирергә. Көршәк ашын йәш йылҡы итенән дә әҙерләргә мөмкин.
Һыйыр ите 100-150 г,
ит һурпаһы 150-200 г,
иретелгән май 10 г,
башлы һуған 15-20 г,
бешкән фасоль 80-100 г,
төшһөҙ ҡара емеш 30-40 г,
яңы помидор 15-20 г,
бал 10-15 г,
кишер 10-15 г,
петрушка йәки укроп 2-3 г,
кәрәгенсә тоҙ һәм тәмләткестәр.
“Аҡҡош” жюльены
Бешкән ҡош итен (тиреһеҙ йомшаҡ ере алына) ҡыҫҡа һалам итеп турарға һәм аҡ майҙа еңелсә ҡурырға. Бәшмәктәрҙе таҙартырға, ентекләп йыуырға, яртылаш әҙер булғансы бешерергә, унан һуң ҡош ите кеүек турарға һәм әҙер булғансы ҡурырға. Әҙерләп ҡуйылған продукттарҙы ҡаймаҡ соусы менән ҡушып бутарға һәм талғын утта 4-5 минут ҡайнатырға. Кокотницаларға (тимер кәстрүлдәргә) әҙер массаны тултырырға, өҫтөнә ҡырылған сыр, май һибергә, духовкала 250-280оС температурала алтынһыу төҫкә ингәнсе бешерергә һәм шунда уҡ табынға бирергә. Жюльен аҫтан көймәһен өсөн кокотницаларҙы эҫе һыулы табаға ултыртырға. Табынға биргәндә кокотницаларҙы, һырлы салфеткалар һалып, бөйөрөк йәки десерт тәрилкәләренә ултыртып бирергә, эргәһенә балғалаҡ һалырға, ә тотҡаһына ҡағыҙ папильотка кейҙерергә. Ҡаймаҡтан тәбиғи соус әҙерләү: ондо майһыҙ ғына ҡыҙҙырырға, һыуытырға, иретелгән май менән бутарға һәм ҡаймаҡҡа һалырға. Унан һуң бутап тороп ҡайнатып сығарырға, тоҙ, аҡ борос өҫтәп 3-5 минут бешерергә. Әҙер соусты һөҙөргә һәм яңынан ҡайнатып сығарырға.
Ҡаймаҡ 250 г,
бойҙай оно 15 г,
аҡ май 15 г,
борос,
кәрәгенсә тоҙ.
Бешкән тауыҡтың йомшаҡ ите 30-35 г,
ҡурылған бәшмәк (аҡ бәшмәк йәки көләпә) 10-15 г,
аҡ май 5 г,
ҡаймаҡтан тәбиғи соус 25-30 г,
ҡаты сыр 2-3 г.
“Баяр” өлөшө
Һимеҙ һарыҡ итен (артҡы бото йәки һөйәкһеҙ түш ите) 40-45 г ауырлыҡтағы киҫәктәргә (1 порцияға 4-5 киҫәк) бүлергә. Туралған һуған, кишер, бәшмәк менән еңелсә ҡурырға һәм барыһын да балсыҡ көршәктәргә һалырға. Өҫтәренә эҫе һурпа ҡойорға, ит әҙер булғансы әкрен генә ҡайнатып быҡтырырға. Әҙер булыр алдынан айырым бешерелгән фасоль һәм тәмләткестәр һалырға. Табынға бирер алдынан ваҡлап туралған һарымһаҡ һәм укроп һибеп сығырға. Һарыҡ һәм ҡаҙ итенән (1:1) бешерелгән өлөш тағы ла тәмлерәк була.
Һарыҡ ите 130-150 г,
башлы һуған 15-20 г,
кишер 10-15 г,
яңы бәшмәк (аҡ бәшмәк йәки көләпә) 50-60 г,
фасоль 40-50 г,
һурпа 300-350 г,
иретелгән май 10-15 г,
кәрәгенсә тәмләткес үләндәр,
һарымһаҡ, тоҙ,
бөртөклө борос һәм лавр япрағы.
Ҡыярҙан яһалған кәрзиндә йәшелсә салаты
Уртаса яңы ҡыярҙан вертикаль йәки горизонталь кәрзиндәр киҫергә. Бының өсөн эсен өлөшләтә алырға һәм семәрләргә. Артабан ҡыярҙы йәшелсәләрҙән эшләнгән салат менән тултырырға. Табынға биргәндә уларҙы йәшел салат япраҡтарына һалырға, майонез йәки ҡаймаҡ ҡойорға һәм тәмләткес үләндәр менән биҙәргә.
Уртаса 1-2 яңы ҡыяр,
йәшелсә салаты 50-100 г,
майонез соусы йәки ҡаймаҡ 25-30 г,
тәмләткес үләндәр 1-2 г,
йәшел салат япраҡтары 3-5 г,
кәрәгенсә тоҙ.
Тауыҡ итенән сәтләүек тултырылған кәтлит
Тауыҡтың йомшаҡ итен ваҡ тишекле ит үткәргес аша ике ҡат үткәрергә, һөт, май, йомортҡа, тоҙ өҫтәргә. Унан һуң массаны бутарға, яҡшылап туҡырға һәм 75-80 грамлап өлөштәргә бүлергә. Йәймә формаһы бирергә, уртаһына 25-30 г эслек һалырға, кәтлит итеп урарға, йомортҡала, унан һуң аҡ сохариҙа әүәләргә. Күп май һалынған табала ҡурырға, духовкала бешереп бөтөргә. Табынға ҡурылған картуф һәм майҙа йылытылған йәшел борсаҡ менән бирергә, гарнир итеп маринадланған емеш-еләк һәм яңы йәшелсә ултыртырға мөмкин. Кәтлиттәрҙе ҡыҙҙырылған икмәк телеменә һалырға, аҡ май ҡойорға һәм тәмләткес үләндәр менән биҙәргә. Эслек әҙерләү: таҙартылған грек сәтләүеген ваҡларға, еңелсә ҡурырға, он һибергә, ентекләп бутарға, һөт өҫтәргә, еңелсә тоҙлап, ҡуйырғансы бешерергә һәм һыуытырға.
Йомшаҡ тауыҡ ите 100-110 г,
һөт 20 г,
йомортҡа 10 г,
аҡ май 5 г,
әүәләү өсөн аҡ икмәк 2,5 г,
льезон өсөн йомортҡа 10 г,
иретелгән май 15 г,
гренки 20 г,
кәрәгенсә тоҙ.
Гарнир:
ҡурылған картуф 100 г,
йәшел борсаҡ 50 г,
тәмләткес үләндәр 3-5 г,
ҡойоу өсөн аҡ май 10 г,
маринадланған емеш-еләк йәки яңы йәшелсәләр 50 г.
Фарш өсөн:
грек сәтләүеге 20 г,
бойҙай оно 1 г,
һөт 10 г.
Күркә менән йәшелсәнән тәғәм
Яңы йәки маринадланған ҡыярҙы, ҡурылған күркәне һалам рәүешендә турарға, яңы помидорҙы ваҡ киҫәктәргә ҡырҡырға, сырҙы ҡырғыста ҡырырға, йәшел салат япраҡтарын һәм йәшел һуғанды ваҡлап турарға. Яңы боросто орлоҡтарынан таҙартырға, ҡайнар һыу менән бешекләргә, һыуытырға һәм ярым түңәрәкләп киҫергә. Әҙер продукттарҙы фужерға йәки быяла креманкаға ҡатлап һалырға, өҫтөнә ваҡлап туралған укроп һалынған салат тәмләткесен ҡойорға. Салаттың өҫтөнә сыр һибергә һәм мүк еләге, тәмләткес үләндәр менән биҙәргә.
Ҡурылған күркә 30-35 г,
помидор һәм ҡыяр 20-30-ар г,
йәшел салат һәм һуған 5-10-ар г,
сыр 10 г,
яңы борос 10-15 г,
укроп 2-3 г,
салат тәмләткесе 30-35 г,
мүк еләге 5 г.
Кәрзиндәге “Күк ҡуян”
Тығыҙ уртаса ҡыҙыл помидорҙарҙың өҫтөн бәләкәй үткер бысаҡ менән киҫергә, ситтәрен тештәр кеүек яһарға һәм уртаһын алырға. Килеп сыҡҡан кәрзиндәрҙең эсенә тоҙ, борос, ваҡлап туралған укроп, һарымһаҡ ҡатнашмаһы һибеп, 1-1,5 сәғәткә һыуытҡысҡа ҡуйырға. Помидорҙарҙың эсен һәм болгар боросон шаҡмаҡлап турарға, бешкән, ваҡланған, үҫемлек майында еңелсә ҡурылған бәшмәк һәм ҡош ите менән бутарға. Маринадланған, туралған һуған, тәмләткестәр ҡушырға һәм барыһын да әҙер кәрзиндәргә тултырырға. Салаттың өҫтөнә помидор һуты менән майонез ҡойорға, бәшмәк эшләпәләре һәм тәмләткес үләндәр менән биҙәргә. Кәрзиндәрҙе ҡапҡастары (тырҡыш бәшмәктең өҫтөндәге бәләкәй нөктәләре кеүек ҡуйы майонез тамыҙып, помидорҙың киҫеп алынған өҫкө өлөшө) менән ҡапларға мөмкин. Уларҙы ялпаҡ быяла йәки гәлсәр вазаларҙа табынға бирергә.
2-3 помидор,
болгар боросо 15-20 г,
бешкән аҡ көләпә йәки аҡ бәшмәк 20-25 г,
ниндәй ҙә булһа бешкән ҡош ите 30-40 г,
маринадланған һуған 10-15 г,
үҫемлек майы 5-10 г,
помидор һуты менән майонез 20-25 г,
кәрәгенсә тәмләткес үләндәр,
һарымһаҡ һәм тәмләткестәр.
Тауыҡ + мандарин
Бешкән тауыҡ итен ваҡ итеп турарға. Алманы, ҡабығынан таҙартып орлоҡтарын алғас, һалам рәүешендә турарға. Помидорҙы өлөштәргә бүлергә, ҡыярҙы турарға, ә мандаринды ҡабығынан таҙартырға һәм бүлкәләргә бүлергә. Барлыҡ әҙер продукттарға лимон һуты менән майонез соусы һалып бутарға һәм йәшел салат япраҡтарына өйөргә. Мандарин, тауыҡ ите һәм тәмләткес үләндәр менән биҙәргә.
Бешкән тауыҡ ите 30-35 г,
алма 15-20 г,
яңы ҡыяр һәм помидор 15-әр грамм,
мандарин 20-25 г,
лимон һуты 5-10 г,
майонез 2 г,
йәшел салат 5 г,
тәмләткес үләндәр 2 г.
Балыҡ салаты – Фужерҙа
Дөгөнө бешерергә һәм һыуытырға. Йәшел һуғанды һәм яңы ҡыярҙы һалам кеүек турарға. Балыҡтың йомшаҡ итен бешерергә, һыуытырға һәм ваҡлап турарға. Унан һуң бөтә ашамлыҡты фужерға ҡатлап һалырға, өҫтөнә майонез соусы ҡойорға һәм помидор, йомортҡа, тәмләткес үләндәр менән биҙәргә.
Бешкән дөгө 35-40г,
бешкән балыҡ 40-45г,
яңы помидор 10-15г,
яңы ҡыяр 15-20г,
башлы йәки йәшел һуған 10г,
йомортҡа 10г,
горчицалы майонез соусы 20-25г,
әҙер горчица 2г,
тәмләткес үләндәр 2-3г,
кәрәгенсә тоҙ, борос.
Ҡатлы-ҡатлы, шаҡмаҡлы...
Был бутербродтарҙы әҙерләү өсөн бойҙай икмәге йәки булка алырға. Икмәкте 0,5-1см ҡалынлығында киҫергә. Төрлө яңы йәки консерваланған йәшелсә, бәшмәк, сыр, йомортҡа, емеш-еләк, петрушка йәки укроп, йәшел салат, яңы йәки маринадланған татлы борос һ.б. ҡулланырға мөмкин. Уларҙы сиратлап, тәме һәм төҫө буйынса тап килерлек итеп һалырға. Ризыҡтарҙы түңәрәкләп йәки шаҡмаҡлап турарға, ҡатлап икмәккә һалырға, өҫтөн май менән сәскә рәүешендә һәм тәмләткес үләндәр менән биҙәргә. Бутербродтар бейек килеп сыға, шуға күрә икмәккә һалынған бөтә продукттар бер тапҡыр ҡулланыла торған пластмасса йәки ағас сәнскеләр менән нығытыла. Бутербродтар өсөн продукттарҙы табынға бирергә 30-40 минут ҡалғас ҡына киҫергә һәм һалҡында һаҡларға. Уларҙы табынға өҫтөнә ҡағыҙ салфетка йәйелгән десерт тәрилкәһендә бирәләр.
I ВАРИАНТ
Икмәк 15-20 г, яңы помидор 10 г, яңы ҡыяр 5-10 г, бешкән йомортҡа 1/3 дана, укроп йәки петрушка.
II ВАРИАНТ Икмәк 15-20 г, яңы ҡыяр 10 г, бешкән йомортҡа 1/3 дана, ҡыҙыл редиска 5-10 г, йәшел салат.
Шулай уҡ ҡатлы бутербродтарҙы йәшелсә, йомортҡа һәм тәмләткес үләндәр менән сиратлап ит, колбаса һәм балыҡтан да эшләргә мөмкин.
I ВАРИАНТ Икмәк 15-20 г, яңы помидор 10-15 г, яңы йәки консерваланған ҡыяр 5-10 г, бешкән йомортҡа 1/3 дана, тәмләткес үләндәр 1 г, бешкән ит йәки колбаса 10 г.
II ВАРИАНТ Икмәк 15-20 г, сыр 10 г, консерваланған ваҡ помидор (тотошлай) 20-25 г, бешкән йомортҡа 1/3 дана, һөйәкһеҙ ҡара емеш йәки яңы алма (консерваланған булһа ла ярай) 10-15 г, тәмләткес үләндәр 1 г, май 3-5 г.
III ВАРИАНТ Икмәк 15-20 г, ҡыяр 10-15 г, бешкән йомортҡа 1/3 дана, маринадланған бәшмәк 5г, редиска 10-15 г, май 3-5 г, тәмләткес үләндәр 1 г.
IV ВАРИАНТ Икмәк 15-20 г, яңы йәки консерваланған ҡыяр 10-15 г, ваҡлап туралған тәмләткес үләндәр һәм һарымһаҡ һибелгән помидор 20-25 г, бешкән йомортҡа 1/3 дана, май 3-5 г, тәмләткес үләндәр 1 г.
Ҡойҡалы ризыҡ
Итте дөйөм ҡағиҙәләр буйынса бешереп, һыуытырға, ҡыҫҡа ваҡ һалам кеүек ҡырҡырға, барыһын бергә ҡушып, тәме еңелсә генә сығырлыҡ итеп горчица һалырға. Әҙер массаны 1-1,5 г ҡалынлығында итеп һауытҡа һалырға, йомортҡаның ағы, кишер һәм петрушка менән биҙәргә. Унан һуң бөтә продукттарҙы нығытып, өҫтөнә әҙер ҡойҡалы ит һурпаһын ике-өс тапҡыр һаҡ ҡына ҡойорға. Ашамлыҡты ҡаҡланған йәки ыҫланған ҡаҙ ите (майһыҙ) өҫтәп әҙерләргә мөмкин. Был ризыҡ эргәһенә помидор һәм һарымһаҡлы керән йәки өйҙә әҙерләнгән аджика соусы бирергә була. Аджика соусы өсөн 1 кг тығыҙ ҡыҙыл помидор, 200 г болгар боросо, 200 г яңы алма һәм бер әсе ҡыҙыл борос алырға кәрәк. Барлыҡ продукттарҙы турап, ит үткәргес аша үткәрергә, кәрәгенсә шәкәр, үҫемлек майы, аш һеркәһе һәм тоҙ өҫтәп, талғын утта 1-1,5 сәғәт ҡайнатырға. Соус һыуынғас, 50-60 г һарымһаҡ пюреһы, ваҡланған ҡоро укроп өҫтәргә һәм бутарға.
Бешерелгән йылҡы, һарыҡ йәки һыйыр ите 15-20 г,
бешкән ҡош ите (йомшаҡ өлөшө) 10-15 г,
бешкән тел 10-15 г,
тоноҡ ҡойҡалы һурпа 80-100 г,
кәрәгенсә ашхана горчицаһы.
Биҙәү өсөн: бешкән кишер 2 г,
йомортҡа 5 г һәм тәмләткес үләндәр 1-2 г.