Программаларға — айырым иғтибар10.01.2012
Торлаҡты сафҡа индереү буйынса айырым маҡсатлы республика программаһында билдәләнгән күрһәткестәргә өлгәшеү өсөн муниципаль берәмектәр хакимиәттәренә кисекмәҫтән үҙҙәренең торлаҡ программаларын эшләп бөтөрөргә кәрәк. Шунһыҙ республиканың торлаҡты сафҡа индереү планына хәүеф янай. 2013 йылдан был пландың ҡырҡа артыуын да иҫәпкә алыу талап ителә.
Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетының былтыр февралдә үткәрелгән коллегияһында муниципаль берәмектәргә 2015 йылға тиклем торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереүҙең муниципаль программаларын эшләүҙе 2011 йылдың 1 майына тиклем тамамларға тәҡдим ителгәйне.
Киңәйтелгән программа тәҡдим иткән Туймазы ҡалаһынан тыш, айырым муниципалитеттар был эшкә әллә ни әһәмиәт бирмәне. Ошоға бәйле дәүләт комитеты муниципаль берәмектәрҙең етәкселәренә был программаларҙы 16 ғинуарға тиклем эшләргә һәм тәҡдим итергә ҡушты.
Бер үк ваҡытта трансферт рәүешендә бүленгән бюджет аҡсаһының урындарҙа тотоноу механизмындағы етешһеҙлектәрҙе лә билдәләп үтергә кәрәк. Күп кенә ҡала һәм муниципаль берәмектәрҙең үҙ тәҡдимдәрен дә тормошҡа ашырыуға әҙер түгеллеге асыҡланды.
Т. ЗАМАНОВ.


Вернуться назад