Һәр кемдең яратып, һағынып көтөп алған байрамы — Яңы йыл етеп килә. Быйыл Көнсығыш календары буйынса Йылҡы йылын ҡаршылайбыҙ.
Йылҡы йылынан нимә көтөргә?
Зәңгәр ағас ат килә
2014 йылдың талисманы — зәңгәр ағас ат. Йыл күп үҙгәреш вәғәҙәләй, сөнки ат үҙе лә ныҡышмал һәм ярһыу, шул уҡ ваҡытта барыһын да алдан иҫәпләүсән малҡай. Ә бына ағас аттарҙы киң күңеллелек, холоҡ йомшаҡлығы һәм хыялланырға яратыу кеүек сифаттар ҡылыҡһырлай. Был йыл ижади кешеләр өсөн күп уңыш килтерәсәк. Уларҙы һәр саҡ илһам оҙатып йөрөр. Бик күп сағыу уйҙар, идеялар башҡа киләсәк, уларҙы яҙып барырға кәрәк. Шуға күрә астрологтар аҡыллы фекерҙәрҙе юғалтмаҫҡа, ҡыҙыҡлы проекттарға иғтибарлы булырға саҡыра. Бойондороҡһоҙ һәм азатлыҡ яратҡан ат кәңәшкә мохтаж түгел. Ул үҙен нисек дөрөҫ тип һанай, шулай тота, тик уңышһыҙлыҡтарҙы ауыр кисерә. Йылҡы күп халыҡтарҙа ихтирам ителә. Уны оло йөрәкле, түҙемле һәм яҡшы күңелле булғаны өсөн яраталар. Боронға ҡытайҙар атты тәбиғәт энергияһы һәм ҙур физик көс сығанағы тип ҡабул иткән. Ат — саф аҡыл билдәһе. Ҡыҫҡаһы, 2014 йыл тырыштар, аҡыллылар, ижад кешеләре өсөн уңышлы буласаҡ.
Йылды нисек ҡаршыларға?
Йылҡы таҙалыҡты һәм тәртипте ярата. Яңы йыл алдынан, 31 декабрҙә өйөгөҙҙө тулыһынса йыйыштырығыҙ. Айырыуса ҙур иғтибарҙы сантехникаға (аш-һыу һәм йыуыныу бүлмәләрендә) бүлегеҙ, сөнки, электән килгән ышаныс буйынса, байлыҡ һәм именлек крандан аҡҡан һыу менән бергә китә. Йылҡы холҡо буйынса оптимист һәм тормошҡа шатланып ҡараусан. Ул киңлек, кешенең күп итеп йыйылғанын, сағыу күңел асыуҙар ярата. Шуға күрә Яңы йыл алдынан киноға, театрға, концертҡа барып килегеҙ, күңелле итеп ваҡыт үткәреп алығыҙ. Асыҡ күңелле ат йортҡа һәм ғаиләгә бәйләнгән. Тимәк, байрамды яҡын туғандар һәм күңелле компания менән өйөгөҙҙә ҡаршыларға кәңәш ителә. Иң мөһиме — тантана ваҡытында янығыҙҙа булмаған дуҫтарығыҙҙы һәм туғандарығыҙҙы шылтыратып ҡотларға онотмағыҙ!
Аныҡ маҡсат ҡуйығыҙ
Йыл талисманы зәңгәр, күк, йәшел төҫтәрҙе үҙ итә. Был төҫтәр тынлыҡ хәлен символлаштыра, психик һәм физик ихтыяждарҙы сағылдыра. Зәңгәр төҫ беҙҙе тормоштоң мәғәнәһе тураһында тәрән уйланырға саҡыра. Ат бигерәк тә һары һәм ҡыҙғылт-һары төҫтәрҙе яратмай. Йылдың стихияһы — ағас, уны булдыҡлылыҡ, ҡапыл ярһып китеү һәм сама белмәү ҡылыҡһырлай. Йылҡы йылын ҡаршылаған саҡта алдығыҙға аныҡ маҡсат ҡуйығыҙ һәм уны тормошҡа ашырыуға көс-дарманығыҙҙы йүнәлтегеҙ.
Өҫтәл йәме — һоло
Аттың күңеле булһын өсөн өҫтәлгә күберәк йәшелсәнән аҙыҡ-түлек әҙерләргә кәрәк. Йылҡы һоло ярата. Әлбиттә, ул байрам табыны өсөн бармай, шулай ҙа бутҡа булһа ла бешерергә мөмкин. Ә иң түргә бәләкәй генә һауытҡа һоло ҡуйығыҙ. Әгәр уны алдан саҡ ҡына һыуҙа шыттырһаң, был өҫтәлдең үҙенсәлекле биҙәгенә әйләнәсәк. Шулай уҡ шыршы төбөнә арыш икмәге киҫәге менән тоҙ һалып ҡуйығыҙ. Өйҙә яңы ғына бешеп сыҡҡан бәлеш, күмәс еҫе аңҡыһын. Ҡалғанын үҙ теләгегеҙ буйынса бешерегеҙ һәм биҙәгеҙ. Тик шуныһына иғтибар итегеҙ: ат эскәндәрҙе яратмай, шулай уҡ спиртлы эсемлектең еҫен үҙһенмәй. Был — айыҡ байрам үткәреү өсөн бик шәп сәбәп. Бик булмаһа, шампан шарабы менән бокал күтәрергә мөмкин. Өҫтәлгә еҫле үләндәр, сыр һәм хатта ҡымыҙ ултыртырға кәңәш ителә. Шулай уҡ йылҡы йылын аҡ салфеткалар менән ҡаршыларға кәрәк. Улар мотлаҡ крахмалланмаһа ла ярай. Тик мотлаҡ мәрйендәр, төрлө балдаҡтар менән биҙәлгән булһын. Ҡытайҙар йылдың символы ағас икәнен дә онотмаҫҡа саҡыра, өҫтәлгә шаҡмаҡ формалағы шоколад кәнфиттәр ҡуя. Уны бәләкәй генә йорт, ҡыуыш һымаҡ итеп өйөгөҙ. Ҡытайҙар иҫәпләүенсә, табынды төнгө 12-нән бер нисә сәғәткә алдараҡ әҙерләп бөтөргә кәрәк. Аҙаҡ инде ҡулға бысаҡ алырға ярамай, сөнки, ҡытайҙарҙың ышаныуы буйынса, ул яңылыш ҡына бәхетте “ҡырҡа”.
Өйҙө нисек биҙәргә?
Юғарыла әйтеүебеҙсә, йылдың төп стихияһы — ағас. Шуға күрә өйҙө биҙәгәндә ағас сувенирҙарға ҙур иғтибар бирергә кәрәк. Был ваза, ағас мискә, һүрәт төшөрөлгән ҡалаҡтар булыуы ихтимал. Һауыт-һабала ат һүрәте төшөрөлһә, тағы ла яҡшыраҡ. Әгәр ундай әйберҙәрегеҙ юҡ икән, һыбайлы йәки йылҡы һынландырылған быяла, гәлсәр, фарфорҙан яһалған статуэткалар булһа ла бара. Киләсәк йылдың төп амулеты — даға. Уны ингән ишек башына элеп ҡуйығыҙ. Бәләкәй генә ҡыңғырауҙар сыңлауы ла байрам рухын таратып торасаҡ.
Нимә кейергә?
Йылҡы йылын үҙенсәлекле кейемдә ҡаршыларға кәрәк. Әйтеүебеҙсә, йыл стихияһы — ағас. Ҡытай астрологияһында был стихияға йәшел төҫ тура килә. Шулай уҡ кейем һайлағанда көрән күк, һоро, күк төҫтәрҙән дә баш тартмағыҙ, улар ҙа киләһе йыл хужабикәһе күңеленә хуш киләсәк. Биҙәүестәр үҙенсәлекле һәм сағыу булһын: кулон, сәс ҡыҫтырғыс, мәрйендәр, туфли һайлағанда ошоға иғтибар итегеҙ. Аттарға ҡара ынйы һәм аквамаринлы балдаҡ ныҡ оҡшай.
Ниндәй бүләк һайларға?
Яңы йыл байрамын бөтәһе лә, айырыуса балалар ярата. Улар тәүге ҡар ятыу менән бүләк көтә башлай. Иң ҡыҙығы шунда: балаларға бүләк мәсьәләһен хәл итеү еңел, сөнки улар Ҡыш бабайға теләктәрен хат аша еткерә. Ә бына туғандар, яҡындар һәм коллегалар өсөн йәтеш кенә бүләк табам тиһәң, баш ҡатырып алырға тура килер. Әлбиттә, әгәр финанс яҡтан хәлдәр һәйбәт булһа, бик яҡшыларын алырға мөмкин. Шулай ҙа һайыраҡ кеҫә менән дә һәр кемдең күңеленә ятҡан әйбер табыуы ауыр түгел. 2014 йылға артыҡ ҡиммәтле бүләктәр алырға кәңәш ителмәй. Иң мөһиме — күңел һалырға һәм кешенең үҙенсәлегенә ҡарап һайларға кәрәк. Мәҫәлән, алыҫ араға сәйәхәт өсөн билет, сөнки ат йыраҡҡа йөрөргә ярата. Яратҡан кешегеҙгә футболка, брелок, интерактив уйынсыҡтар, компьютер өсөн кәрәк-яраҡ алырға була. Хужабикәгә табын, аш-һыу бүлмәһе өсөн файҙалы нәмәләр бүләк итергә мөмкин. Коллегаларығыҙҙы ат, һыбайлылар һынландырылған сувенирҙар йәки башҡа нейтраль ваҡ-төйәк ҡыуандырыр. Әгәр ҡунаҡҡа барһағыҙ, емеш-еләк, тәмлекәстәр менән матур итеп төрөлгән кәрзин әҙерләгеҙ.