Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллин:
— Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
Әл-хәмдү лил-ләһи раббил-ғаләмин Үәс-саләтү үәс-сәләмү ғәлә мүхәммәдән үә ғәлә әлиһи үә әсхәбиһи әжмәғин.
Донъяла бер нисә календарь бар, уларҙа йыл төрлө ваҡытта башлана. Мосолман календары буйынса — Мөхәррәм айында. Ул Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең Мәккәнән Мәҙинәгә күскән йылынан башлап иҫәпләнә, ҡояш фазаһынан 11-12 көнгә ҡыҫҡараҡ.
Илебеҙҙә йәшәгән күпселек халыҡ тарафынан билдәләнгән Яңы йыл иһә Ғайса ғәләйһис-сәләмдең донъяға килгән көнөнә тура килә.
“Ваҡыты-ваҡыты менән күңелегеҙгә лә ял биреп тороғоҙ, сөнки ул арыһа, талсыҡһа, күп нәмәне күрмәй”, — тигән Пәйғәмбәребеҙ. Тимәк, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, ҡояш календары буйынса йыл башының бер нисә көнө ял итеү өсөн бирелгән икән, уларҙы матур итеп файҙаланырға тейешбеҙ. Туғандарҙың хәлен белешеү, балаларыбыҙ, ғаиләбеҙ менән аралашыу күңелебеҙгә айырыуса ҙур кинәнес бирер. Эш мәлендә бындай күрешеүҙәргә, һөйләшеүгә күп ваҡыт та бүлә алмайбыҙ, шунлыҡтан ял көндәрендә ошо бушлыҡты ҡаплай алһаҡ, иншаллаһ, Аллаһ Тәғәлә алдағы көндәргә рухи көс, бәрәкәт насип итер. Мосолман һәр нәмәнең, айырыуса ваҡыттың, ҡәҙерен белергә тейеш — шуны онотмайыҡ, хөрмәтле ҡәрҙәштәр.
Йылды һәр әҙәм балаһы изге уй-теләк, яңы маҡсаттар менән башларға тейеш. “Кем дә кем алдына яҡшы ниәт ҡуя, уға өлгәшергә Аллаһ Тәғәлә ярҙам бирер”, — тигән Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. Изге маҡсаттар иһә — тормошобоҙҙоң алға барыуының төп нигеҙе. Был йәһәттән әҙәм балаһы фекер ҡеүәһен үҫтереү, ғилем алыу юлында туҡталып ҡалырға тейеш түгел.
Хоҙай Тәғәлә ғилем юлындағыларға — файҙалы, илгә кәрәкле белем, ғаилә ҡорған йәштәргә — тигеҙ мөхәббәт, һау-сәләмәт сабыйҙар, ауыл эшсәндәренә — хәйерле хеҙмәт, бәрәкәтле уңыш, һәммәбеҙгә, һәр ғаиләгә иман, бәхет-сәғәҙәт, һаулыҡ, ҡыуаныс-шатлыҡ насип итһен, иншаллаһ. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.