Яҡтылыҡмы, әллә ҡараңғылыҡмы?27.12.2013
Кешенең иҫән-һау сағында яҡтылыҡтамы йәки ҡараңғылыҡтамы йәшәү теләген үҙе һайлау мөмкинлеге бар. Психик тайпылыштары булған ауырыуҙар өсөн ижад дөм ҡараңғы батшалыҡтағы нур һымаҡ.
Психиканың боҙолоуын, аралашыу проблемаһын, хәрәкәтләнеү ҡыйынлығын — барыһын да ижад дауалай. Был — бик ябай хәҡиҡәт. Ижад һәм ғазап сигеү йыш ҡына бергә бара. Беҙ барыбыҙ ҙа ижад итергә һәләтлебеҙ. Ауырыуҙы дарыуҙар менән дауалауҙан тыш, уға хәл-торошон аңлау өсөн ғазап сигеүгә мөнәсәбәтен үҙгәртергә тейешлеген әйтергә тейешбеҙ. Үҙенсәлекле психик хәлгә дусар кешеләр тойғоларын һүҙ менән аңлата алмай, ә ижад уларҙың күңелендә нимә ятыуын төшөнөргә ярҙам итә.
Мәҫәлән, яҡтылыҡ һәм ҡараңғылыҡ тураһында һүҙ сыҡҡас, Юлия: “Яҡты көн булғанда үҫемлектәрҙә тормош өсөн бик мөһим кислород барлыҡҡа килә. Йөҙөнән нур бөркөлөп торған кешеләр менән дә донъяла йәшәүе еңел һәм рәхәт”, — тине. Азат яҡтылыҡты Ҡояш менән сағыштырҙы, ә ҡараңғылыҡты Айға тиңләне. Альбина былай тип фекерләй: “Әгәр өйҙә яҡтылыҡ булһа, ҡараңғылыҡ унда үтеп инә алмаясаҡ. Шуның кеүек үк насар уйҙар ҙа нурһыҙ күңелгә үтеп инеүсән”. Тимәк, аҡылы зәғиф кешеләрҙең дә рухи яҡтан һау-сәләмәт булыуы ихтимал.
Былтыр психик үҫешендә үҙенсәлектәр күҙәтелгән кешеләрҙең II Мәскәү ижад фестивале гөрләп үтте. Әммә Өфөнән килгән ижади төркөм ошо мауыҡтырғыс саранан һуң һис тынысланып ҡалманы, үҙҙәре өсөн яңы мөмкинлектәр, асыштар эҙләүҙе дауам итте. Беҙҙең көндөҙгө стационарҙа үткәрелгән реабилитация сараларына ҡаланың төрлө мөйөштәренән пациенттар ағыла. Төп маҡсатыбыҙ — психик сәләмәтлегендә тайпылыштар булған кешеләрҙе йәмәғәт тормошона ылыҡтырыу, ғаилә проблемаларын хәл итергә ярҙам итеү, әүҙем гражданлыҡ позицияһын формалаштырыу. Беҙҙә дауалау-хеҙмәт оҫтаханалары бар. Уның етәксеһе Мөнирә Сабитова ауырыуҙар менән эшләүсе инструкторҙар эшен юғары кимәлдә ойошторорға, пациенттарҙың хис-тойғоларын пластикаға, хәрәкәткә, йырға, төрлө уйындарға күсереү өсөн тырыша.
Йылы мөғәмәлә, ышаныс көсөргәнеште йомшарта. Улар бында тулҡынланыуҙан, ығы-зығынан, икеләнеү-шөбһәләнеү тойғоларынан арына. Беҙ — бергә. Пациенттарыбыҙ өсөн был һүҙҙәр тәрән мәғәнәгә эйә. Республика клиник психиатрия дауаханаһының баш табибы Ринат Вәлинуровтың егәрлелеге, тынғыһыҙлығы һөҙөмтәһендә халыҡҡа психиатрия ярҙамын күрһәтеү мөмкинлектәре артҡандан-арта. Беҙҙә үткән реабилитация саралары ауырыуҙарҙың тормош сифатын яҡшыртыуға булышлыҡ итә, йәшәргә көс, дәрт бирә.