Күңелдәре тулы изгелек27.12.2013
Күптән түгел миңә Һуғыш ветерандарының республика клиник госпиталендәге неврология бүлексәһендә дауаланырға тура килде. Бындағы тәртипкә, хеҙмәткәрҙәрҙең ихласлығына, мөләйемлегенә хайран ҡалдым. Туҡланыу шул тиклем һәйбәт ойошторолған, кәрәкле дарыу-энәләрҙе эҙләп йөрөйһө юҡ. Үҙемде ожмахҡа барып ингәндәй хис иттем.
Был бүлексәне юғары категориялы табип Наталья Хәбибрахманова етәкләй. Үҙ һөнәрен яҡшы белгән табиптар Татьяна Зыкова, Наталья Кортавиналар һәр ауырыу менән ихлас һөйләшеп, хәлдәрен белешеп тора. Шәфҡәт туташтары Марина Мельникова, Гүзәл Шәйхуллина, Роза Кашапова, Гүзәл Ғәниева, Вика Камалова, Гүзәл Ғималетдиновалар күп йылдар эшләп, тәжрибә туплаған булһа, Лиана Фәсхетдинова, Эльвина Тарзимина, Фәнзилә Сәлимова һәм Луиза Әминеваларҙың хеҙмәт юлы башланып ҡына тора. Өлкән шәфҡәт туташы Мәхтүбә Ғәйнуллина — үҙ эшенә бирелгән кеше. Хужалыҡ эштәре өсөн яуаплы Флүрә Әминева, санитаркалар Рәзинә Хәбирова, Наталья Башлыкова һәм Фатима Ғариповалар бүлмәләрҙе һәр саҡ таҙа тота. Аш-һыу таратыусы Галина Шемякина менән Гүзәл Буранғолова һәр ауырыуҙың ашы тәмле булһын тип тырыша.
Бында өмөттәрен өҙгәндәр ҙә һауығып сыға. Беҙҙе, оло быуын кешеләрен, шулай иғтибар менән дауалаған табиптарға һәм дауахана хеҙмәткәрҙәренең һәр береһенә уҙамандар исеменән оло рәхмәтебеҙҙе белдерәм. Яңы йыл байрамы менән ҡотлап, эштәрендә уңыштар, балаларының шатлыҡ-изгелектәрен күреп йәшәүҙәрен теләйем.


Вернуться назад